Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Июнь 2021, 05:03

Дауахана яҙмалары

Сир һорап килмәй, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр ул. Ғүмерҙә ауырымаған, табиптарға бер тапҡыр ҙа күренмәгән кешенең ҡапыл ғына ауырып китеп, вафат булып ҡуйыуы мөмкин.Икенсе яҡтан, күпме кеше ниндәй ҙә булһа сирҙән яфалана, дауаханала ятып сыға, табиптар күҙәтеүе аҫтында йәшәй. Ниндәй ғазаптар сигеүен, ниндәй тән һәм йән һыҙланыуҙары кисереүен сырхау кеше үҙе генә белә. Икенсе төрлө әйткәндә, бәғзе бер ауырыуҙың аһ-зарын сит кеше үҙе сирләп киткәс кенә аңлайҙыр.Миңә лә, ныҡ ауырып китеп, бер нисә дауахана-поликлиниканың юлын тапарға тура килде, табиптар ике тапҡыр тән ағзаларымды киҫкеләп операция яһаны, дауаланы, аяҡҡа баҫтырҙы. Оло рәхмәт уларға!

«Коронавирус» тигән зәхмәт арҡаһында йөрәк-ҡан та­мырҙары, ашҡаҙан-эсәк, бәүел-енес һ.б. сирҙәр менән яфаланғандарға дауа­ханаларға юл ябылды, хатта план­лаштырылған операцияларҙы яһау туҡталып торҙо.
Минең ауырып китеүем тап ошо осорға тура килде. Яҙмыштан уҙып булмай, тиҙәр бит, сир көтмәгәндә килтереп бәрҙе.
Бер иптәш күптән инде, Инйәр йылғаһы буйлап ағып төшәйек, тип өгөтләй ине. Былтыр июнь айында был ниәтте тор­мошҡа ашырырға булдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемдең дә Белорет райо­нының хозур тәбиғәтен күрергә, тау-ташты йырып аҡҡан ярһыу йылға менән алышырға иҫәбем бар ине.
Өфөнән иртүк сығып китеп ҡояш күтәрелгәнсе Уҫманғәле ауылына барып еттек, ундағы бик матур, ыҡсым мәсеткә инеп хәйер һалдыҡ, сәфәребеҙ уңышлы башланып, бер ниндәй бәлә-ҡазаһыҙ тамамланһын, тип доғалар ҡылдыҡ.
Июнь айының уртаһы. Тәбиғәттең уянып, йәйге һиллеккә күскән осоро, көндәрҙең йылыта башлаған сағы. Әммә Инйәр – тау йылғаһы, уның һыуы артыҡ йылынмай, быны һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.
Резина кәмәләргә ваҡ-төйәкте тейәп, аға башланыҡ. Ағым ыңғайына барыуы ҡыйын түгел, әммә йылғаның һайыраҡ ерҙәрендә («перекат», тиҙәр) кәмәләрҙе һөйрәп барырға тура килә, меңәр йылдар йыуылып шымарған таштарҙан яланғас аяҡтар аша тәнгә һыуыҡ килә. Тайып китеп, бер-ике ҡабат һыуға йығылып, сыланып та алдыҡ. Егерме саҡрымдай аҡҡас, төнгөлөккә туҡтап, палаткалар ҡорҙоҡ, тамаҡ ялғағас, йоҡларға яттыҡ. Иртән минең хәл хөртәйҙе, быға тиклем үҙен артыҡ һиҙҙермәгән сир – простата аденомаһы һыуыҡ һыу йоғонтоһонда шешеп, бәүел юлын япты, һейҙек ҡыуығы тулды, түҙер әмәл юҡ. Тиҙ генә участка дауаханаһына барып, махсус трубка аша бәүелде ағыҙып алдылар. Өфөгә ҡайтҡас, «Ашығыс ярҙам» саҡырттыҡ, 22-се дауаханаға һалдылар. Сирҙең нисек киҫкенләшеп китеүе хаҡында яҙыуымдың сәбәбе бер – һаҡ булығыҙ, аяҡты, билде өшөтөүгә юл ҡуймағыҙ. Был айырыуса ир-егеттәргә ҡағыла. Сөнки простата аденомаһы уларҙа ғына осрай, йәшерен-батырыны юҡ, уларҙы түлһеҙ ҡалдыра.
Был сирҙең башҡа сәбәптәре лә бар: аҙ хәрәкәт итеү, көндәр буйы ултырып эшләү, спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу, дөрөҫ туҡланмау һәм баш­ҡалар. Ошолар арҡаһында простата (енес биҙе) ҙурая башлай, аденомаға әйләнә. Артабанғы эҙемтәләре бигерәк ҡурҡыныс – кесе ярау килмәй, йөрөү ҡыйынлаша, яман сиргә әйләнеп китеүе ихтимал. Айырыуса аҙ хәрәкәт итеү зыянлы, сөнки ҡан кесе янбаш органдарына килеп етә алмай, сир көсәйә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау (ВОЗ) ойош­маһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хроник простатит (енес биҙе шешеүе) менән 28 йәштән уҙған ир-егеттәрҙең 32, 50 йәштән үткәндәрҙең – 55, ә 65 йәштән ололарҙың 75 проценты ошо сирҙең көслөрәк күренеше – простата биҙенең аденомаһы менән яфалана. Артабан уның яман сиргә – ракка әйләнеп китеүе лә бар.
Простатитты төрлөсә дауалайҙар, йылытыу ысулын ҡулланалар, массаж яһаталар, дарыу-төнәтмә эсәләр. Әгәр инде сир көсәйһә (простата аденомаһына әйләнһә), мотлаҡ операция яһатырға кәрәк.
Әйткәндәй, хәҙер операцияны тәнде ярып түгел, ә лазер ярҙамында эшләй­ҙәр. Өфө дауаханаларында был ысул байтаҡтан бирле ҡулланылып килә, уны табиптар «лапроскопик операция» тип атай. Был осраҡта хирургҡа эшләүе еңе­ләйә, йәрәхәт яһау кәметелә, ауырыу тиҙерәк һауыға, ауыртыуҙы ныҡ һиҙмәй, стационарҙа оҙаҡ ятмай, операция яһа­ғанда барлыҡҡа килгән йөй ҙур булмай.
* * *
Алда телгә алған дауаханала мин бер аҙна яттым. Алты кешелек палаталар тулы, сирлеләр төрлө тарафтан йыйылған, әммә бөтәһен дә бер нужа – «простатит» тигән сир ошонда алып килгән. Оло йәштәге – 80-дән үткәндәр ҙә, 20-һен саҡ тултырғандар ҙа бар. Көн һайын 3–4 кешегә операция яһайҙар, ҡалғандарын шуға әҙерләйҙәр. Минең дә эсте тишеп, бәүел ҡыуығына көпшә (стент) ҡуйҙылар, ике-өс аҙнанан килерһең, тип ҡайтарып ебәрҙеләр, тағы ла өҫтәмә анализдар бирергә кәрәк, тинеләр. Табиптар ҡушҡандың бөтәһен дә еренә еткереп үтәп, өс аҙнанан һуң 22-се дауахананың урология бүлегенә тағы ла килдем. «Ҡабул итеү юҡ, ҡасан булыр, белмәйбеҙ», – тип шаҡ ҡатырҙылар унда. Баҡһаң, бүлектең күп хеҙмәткәре «тажзәхмәт» (коронавирус) йоҡтороп, сирләп киткән икән, яңынан ҡасан эшләй башлаясаҡтары билдәһеҙ. Нишләргә? Йәйге эҫе көндә ҡорһаҡтағы көпшә менән йөрөүҙе дауам итергәме йәки башҡа дауаханаға барып ҡарарғамы? Уларҙың да күбеһе ковид госпиталенә әйләндерелеп бөтөлгән, минең һымаҡ ауырыуҙарҙы ҡабул итеүселәрендә – оҙон сират. Ярай әле таныштар бар, улар ярҙамында Башҡорт дәүләт медицина университетының клиникаһына сират алдым. Тағы ла тиҫтәгә яҡын анализ бирергә, төрлө табипҡа күренергә... Бер аҙнанан һуң килергә ҡуштылар. Нисек барып инеп китеүемде яҙып тормайым, әлеге лә баяғы ковид арҡаһында бер тәүлек изоляторҙа ятырға тура килде. Өҫтәүенә, мине яңылыш яман сир менән ауырыусылар бүлегенә һалып ҡуйғандар. Бындай осраҡта баштан ниндәй уйҙар үткәнен үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр инде, ярай әле ике-өс сәғәттән, ғәфү үтенеп, тейешле бүлеккә күсерҙеләр.
Дауаханала сирлеләрҙе оҙаҡ тот­майҙар, 7 – 8 көндән һуң ҡайтарып ебәрәләр, ябай тел менән әйткәндә, хәс «конвейер» инде. Миңә ике тәүлектән һуң операцияны медицина фәндәре докторы, профессор Рус­лан Сафиуллин яһаны. Тәүҙә анестезиолог билгә укол эшләй, шунан һуң кәүҙәнең аҫҡы өлөшө бер нәмә лә һиҙмәй башлай, наркоз үҙенекен итә. Табип махсус зонд аша тейешле органға барып етә һәм лазер-бысаҡ ярҙамында операция яһай. Әлбиттә, был алымды яҡшы әҙерлекле, һөнәри оҫталығы юғары булған хирургтар ғына ҡиммәтле заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡуллана ала. Рус­лан Ильяс улы – тап шундайҙарҙан, республикалағы ошо йүнәлештә эшләүсе иң абруйлы табиптарҙың береһе, йылына бөйөрҙә, бәүел ҡыуығында, простата аденомаһына, һейҙек юлдарында осраған төрлө сиргә йөҙҙәрсә операция яһай, ҡул арты еңел була. Әйткәндәй, уның атаһын – билдәле журналист, оҙаҡ йылдар Борай районының «Алға» гәзите мөхәррире булған Ильяс Сафиуллинды яҡшы белә инем, байтаҡ ҡына бер өлкәлә эшләргә тура килде. Рәхмәт уға ошондай ул үҫтергәнгә!
* * *
Палатала дүртәүбеҙ. Һәр кемдең үҙ зары, үҙ ҡайғыһы, тигәндәй. 84 йәшлек Фәнис ағай Һупайлы биҫтәһендә йәшәй икән, татар милләтенән, простатит менән оҙаҡ сирләгән.
– Ниндәй генә дарыу эсмәнем дә ниндәй генә дауаны ҡулланып ҡара­маным, – тип һөйләй ул, – ярҙамы бул­маҫмы тип, велосипед менән йөрөй башланым. Әммә барыбер бында килеп операцияға ятырға тура килде.
Республикабыҙ табиптарының һөнәри оҫталығы юғары, абруйы ҙур, беҙгә ситтән дә дауаланырға киләләр. Анатолий – шуларҙың береһе, Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан. 60-ты уҙған мөһабәт кәүҙәле ирҙе лә ошо яһил сир – простатит – аяҡтан йыҡҡан, операция өҫтәленә алып килгән. Бик мөләйем, ихлас кеше булып сыҡты элекке милиционер. Йөрөй алмағандарға ашарға килтерә, өйҙән ебәргән тәм-томо, ризыҡтары менән бүлешә, тормош юлындағы төрлө хәл-ваҡиғаны һөйләп, күңелде йыуата. Баҡтиһәң, ике йыл элек уның йыуан эсәгенә лә яман сиргә ҡаршы операция яһағандар икән. Әммә ул бирешмәй, күңелен төшөрмәй, ҡатыным, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән оҙаҡ йәшәйем әле, тип хыялдар ҡора. Тағы бер күрше –Николай операцияны бик ҡыйын үткәрҙе, тәүлек буйы беҙгә лә, бүлек хеҙмәткәрҙәренә лә бер һүҙ ҙә ҡушмай ятты.
Нуриман районының бер ауылында йәшәүсе мари егете (ике балалы ир инде ул) бик түҙемле, сабыр булып сыҡты. Уға көпшәне апрель айында уҡ ҡуйғандар икән. «Бер нисә тапҡыр район дауаханаһына барып ҡараным, ҡабул итмәнеләр, Өфөгә бар, тинеләр, – тип һөйләне ул аҙаҡ беҙгә. – «Ковид» тип, бында ла алмайҙар, дүрт ай ботҡа бәүел йыйыла торған ҡапсыҡ бәйләп йөрөнөм. Уны аҙна һайын алыштырып торорға кәрәк, ауыл ерендә быны эшләүе бик ҡыйын, гел генә район үҙәгенә барып тороп булмай бит». Бәләкәй кәүҙәле, сибек кенә ир-егеттә күпме түҙемлек, көс-ғәйрәт, киләсәккә ышаныс!
Бына шулай, яуыз сир дүрт милләт вәкилен – төрлө йәштәге, төрлө ҡараш­тағы кешеләрҙе яҡынайтты, дуҫлаш­тырҙы, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Һәр хәлдә, айырылышыу бик ҡыйын булды.
Дауахана табиптары, урта һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамында беҙ аяҡҡа баҫтыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙы бүлешеп, көн-төндәрҙе үткәрҙек, төшөнкөлөккә юл ҡуйманыҡ. Артабан да иҫән-һау булырға яҙһын. Ауыр сир менән алышҡанда күрелгән михнәттәр бер миңә генә ҡағылмай. Улар – дауахана юлында йөрөгән бөтә кешенең уртаҡ яҙмышы, күрәсәге.
Шуның өсөн уяу булайыҡ, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, насар ғәҙәттәрҙе – тәмәке тартыу, араҡы эсеүҙе ташлайыҡ, сәләмәт тормош алып барайыҡ.
«Тажзәхмәт» тә мәңгелек түгел. Ғалимдар, табиптар уны еңеүҙең юлдарын тапты. Беҙгә иһә гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, вакцина яһатырға ғына ҡала.
Г. ШӘМСЕТДИНОВ,
хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: