Өндәшмәй ҡалыу күҙ йомоуҙы аңлатмай. Нисегерәк булырға һуң? Балаға 12 йәш. Һәм ул бәләкәй бәпәй түгел, ризаһығыҙмы? Тормошҡа, йәшәйешкә генә түгел, башҡа енескә күҙ һалып, ҡыҙыҡһынған, “мороно еҫ” һиҙә башлаған мәле. Был – баланың тәбиғи үҫеше. Ошо үҫеште ниндәйерәк йүнәлешкә бороп ебәреү ата-әсәнән тора. Һәр ваҡыттағыса, әсә кешенең ике юлы бар: был ҡыҙыҡһыныуҙы ҡаты ғына тыйырға (һин әле бәләкәсһең, ҙурайырға хоҡуғың юҡ!) йә- иһә улының ҙурайғанын, ир-егеткә әүерелгәнен ихлас ҡабул итеп, оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итеү. Ярҙам итеү – баланың тормошона ҡыҫылыу, уға “тура” юл күрһәтеү, тип аңламағыҙсы, зинһар. Был осраҡта ипләп, баланы кәмһетмәй генә (улығыҙ теләһә) серләшеп алыу ҙа етә. “Улым, күрмәнем, тип алдай алмайым, күрҙем ниҙәр менән ҡыҙыҡһына башлағаныңды. Аңлатырға тырышып ҡарайым: был фильмдар – ололар өсөн. Уларҙы ололарҙың да бөтәһе лә ҡарамай, сөнки быға ихтыяждары юҡ. Бындай фильмдарҙы күберәк физик һәм психик яҡтан проблемалары булғандар ҡарай. Һәм фильмдағы ҡатын менән ирҙәр араһындағы мөнәсәбәттәр ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Тормошта егет менән ҡыҙ, ир менән ҡатындың аралашыуы бер-береһен аңлауға, хөрмәт итеү һәм һөйөүгә нигеҙләнгән”. Һөйләшеү әсә яғынан баҫым яһауға, үҙенең фекерен көсләп тағыуға ҡоролмаһын.
Бәлиғ булмағандарға агрессив мәғлүмәт таратыусы сайттарҙың юлын “ҡыҫҡартыу” артыҡ көсөргәнеш талап итмәй. Хатта был юҫыҡта ентекле эш алып барыла тиһәм дә яңылышмаҫмын. Шуға күрә лә, хөрмәтле әсәйҙәр һәм атайҙар, саҡ ҡына иғтибарығыҙҙы арттырығыҙ: балағыҙ селтәрҙә нимә эҙләй? Әллә уға был мәғлүмәтте кемдер көсләп тағамы?