Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Апрель 2021, 06:36

Тоҙло кәбеҫтә файҙалы

Тоҙло кәбеҫтә калий, магний, кальций, тимер, цинк, фосфор, йод­ҡа,төрлө биологик матдәләргә бай. Әлеге микроэлементтар организм­ды нығыта. Йәшелсә составындағы В6 витамины аҡһымды үҙләш­терергә ярҙам итә. Шуға күрә уны ит ризыҡтары менән ашарға кәрәк.

Әсетеп тоҙланған кәбеҫтәләге С витамины күләме буйынса лимон­дағынан да күберәк. Иммуните­тығыҙҙы нығытырға теләһәгеҙ, организмдың төрлө инфекцияларға ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн киҙеү ваҡытында көн дә кәбеҫтә ашарға тырышығыҙ. Уның составындағы күҙәнәклек ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн һәйбәт, организмдағы шлак һәм токсиндарҙы сығара, бактерияларҙың сереүенә юл ҡуймай. Кәбеҫтәнең әсегән һуты аппетитты арттыра, геморрой һәм эс күбеү ваҡытында ла файҙалы. Был ферментлы ризыҡ составында никотин кислотаһы, антиоксиданттар ҙа күп.
Читайте нас: