Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Март 2021, 14:15

Ир аҫылы ил эшендә танылыр

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, оҙаҡ йылдар Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының Белорет филиалын етәкләгән Илдар Мөхәмәтғәле улы Ҡаһарманов – оло тәжрибәгә эйә булған табип-фтизиатр

Белорет, Бөрйән, Әбйәлил һәм Учалы райондары халҡы Илдар Мөхәмәтғәле улының шәфҡәтле, мәрхәмәтле, йомшаҡ телле һәм йөҙҙәрсә ғүмерҙе һаҡлап ҡалған оҫта табип -фтизиатр булыуын яҡшы белә. Ауыр хәлгә йәки сиргә тарып мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһенә лә ярҙам ҡулы һуҙмай ҡалмай. Шуға күрә ул күп яҡташының үҙ күргән кешеһе, улар табипты “Беҙҙең Илдар” тип оло ғорурлыҡ менән телгә ала.
Үлем менән көрәшеп ятҡан сирлелә йәшәүгә өмөт уята алыусыларҙы аҡ фәрештәгә тиңләйбеҙ. Был аҡлыҡ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, борсолоу, йоҡоһоҙ төн булыуын аңлап бөтмәйбеҙ, ҡайһы саҡта рәхмәт әйтергә лә онотабыҙ. Ниндәй ауыр, яуаплы хеҙмәт эйәләре, улар ҡулында – кеше ғүмерҙәре! Үҙенең 60 йәшлек юбилейын лайыҡлы ҡаршылаған изге күңелле табип тураһында яҙырға булғас, йылы һүҙҙәр үҙенән-үҙе урғылды.
Илдар Ҡаһарманов Әбйәлил районының иң матур ауылдарының береһендә — Ташбулатта донъяға килгән. Мѳхәмәтғәле Усман улы урындағы ауыл советы башлығы, мәктәп директоры вазифаларын башҡара. Шулай ҙа ғүмеренең күп өлөшөн уҡытыусылыҡҡа арнай. Ә әсәһе Фәрүәз Әҙеһәм ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында бухгалтер булып эшләй. Бөгөн Фәрүәз һәм Мөхәмәтғәле Ҡаһар­мановтар – ауылдың тиң ҡартлыҡ кисергән абруйлы ғаиләләренең береһе. Инәйгә – 85, апаға 90 йәш тип һис тә әйтмәҫһең, Мөхәмәтғәле Усман улы, ҡартлыҡҡа бирешмәйенсә, әле лә рулдә ышаныслы йөрөй.
Илдар 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм Дауалау эше факультетын тамамлай. Фтизиатр йүнәлеше күңеленә ятҡанға күрә Республика туберкулезға ҡаршы диспансерында интернатура үтә. Сөнки был фән еңел бирелә, яҡшы өлгәшә лә.
Интернатуранан һуң йүнәлтмә буйынса Ҡариҙел районының Байҡы ауылына эшкә ебәрелә. Был осорҙа егеттең студент сағынан яратып йөрөгән ҡыҙы менән сәстәре сәскә бәйләнә. Һөйгәне, Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән Венера, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай.
Йәнтөйәккә яҡыныраҡ булыу өсөн, йүнәлтмә ваҡыты уҙғас, йәш ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп килә. Илдарҙы дауахана ҡаласығының үпкә бүлегенә эшкә алалар. 1991 йылда ул баш табиптың дауалау эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Бер нисә йылдан үҙ һөнәрен яҡшы белгән, пациенттар менән хәстәрлекле мөғәмәлә иткән белгес үпкә бүлегенә мөдир итеп күсерелә. Ә 2004 йылда Әбйәлил егетен туберкулезға ҡаршы диспансерға баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. 2019 йылға тиклем шул вазифала эшләй. Бынан тыш, 1990 йылдан бирле табип-эндоскопист эшен дә алып бара.
Бөгөн Илдар Мөхәмәтғәле улының медицинала дѳйѳм стажы – 37 йыл, ә тап туберкулезға бәйле ѳлкәлә 19 йыл эшләй. Оҙайлы дауалауға мәжбүр булған пациенттары уға һәр саҡ рәхмәтле. Донъяны солғап алған туберкулез сире бик мәкерле. Ул тиҙ таралыуы, организмда таяҡса­ларының оҙаҡ һаҡланыуы менән бик ҡурҡыныс. Бала тыуыу менән уға БЦЖ прививкаһын эшләтеү мотлаҡ икәнен күптәр белә. Ул бала организмында яһалма иммунитет булдыра һәм ғүмере буйына Кох таяҡсаларына бирешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. Был кеше сәләмәт тормош алып бара, үҙ мәлендә һәм яҡшы итеп туҡлана, ваҡытында тикшерелеп тора икән, бер ҡасан да сиргә бирешмәйәсәк. Ете йәшкә тиклем йыл һайын Манту прививкаһы эшләнә. Ул инде БЦЖ организмда йәшәп киткәнме, юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн яһала.
– 90-сы йылдан алып йәмғиәттә БЦЖ-нан һәм төрлө прививканан баш тартыу буйынса “мода” таралды. Бөгөн иһә тәүге баш тартыусыларҙың балалары ир ҡорона инде. Прививкаланмау арҡаһында уларҙың күпләп сирләй башлауы ихтимал, – ти тәжрибәле фтизиатр. – Сирҙе булдырмау өсөн сәләмәт тормош алып барыу, спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү, ваҡытында ашау, тәмәке тартмау, спиртлы эсемлектәр эсмәү һәм, әлбиттә, сирлеләр менән аралашмау мөһим. Үкенескә күрә, туберкулезды асыҡлау еңел түгел. Ул ОРВИ, ОРЗ, хатта киҙеү кеүек тә башланырға мөмкин. Әгәр тән температураһы 37 – 37,5 градус тирәһе, ҡаҡырыҡ көслө бүленә, ҡан төкөрөү, төнөн тирләү, йүтәл барлыҡҡа килә, ябыҡтыра, аппетит юғала икән, тимәк, кеше туберкулезға дусар булған. Сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм дауалау күпкә файҙалыраҡ та, отошлораҡ та. Бөгөн сирлеләрҙең 70 проценты флюрография аша асыҡланһа, 30 проценты үҙҙәре һиҙеп, табипҡа мөрәжәғәт итә.
Бөгөн иттән баш тартыусы вегетариандар ҙа күпләп барлыҡҡа килә. Табип әйтеүенсә, улар ҙа хәүеф төркөмөнә инә. Кемдең ауырығанын йәки ауырымағанын белеп булмай, әлбиттә, сөнки барлыҡ ауырыу ҙа диспансерҙа ятмай. Ҡасып китеүселәр ҙә юҡ түгел. Ғөмүмән, дауаланыу режимын боҙоп, ҡасып йөрөүселәр – фтизиатр­ҙарҙың баш ауырыуы. Бигерәк тә хроник сирлеләр, ғәҙәттә, хөкөм ителеүселәр һәм асарбаҡтар. Уларҙың ҡайһы берҙәрен дауаланырға мәжбүр итеүҙең берҙән-бер юлы - хоҡуҡ һаҡлау органдары аша, суд ҡарары буйынса эшләү.
Ғәҙәттә, ҡала ерендә тығыҙ йәшәүселәр араһында туберкулез күберәк ҡолас йәйә. Ә ауыл кешеләрендә асыҡланһа, улар дауаланыуға етди ҡарай, һәр күрһәтмәне яуаплы үтәргә тырыша, баҡһаң. Үпкә сире менән кешелектән сыҡҡан әҙәмдәр генә ауырый тигән фекер күптән иҫкергән, ти табип. Ҡасандыр, социаль сир, иҡтисади көрсөк – аҡса юҡлығы, туҡланыу наҡыҫлығы, йәшәү шарттарының насар булыуы арҡаһында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләнһә, бөгөн етеш йәшәгән, вазифа биләүселәр, педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, башҡа һѳнәр эйәләре, табиптар үҙҙәре ауырып китә. Оло кешеләрҙең һәр береһенең тиерлек үпкәһендә туберкулез таяҡсалары бар. Уны ҡуҙғытыу ѳсѳн берәй уңайлы шарт, әйтәйек, иммунитеттың ҡаҡшауы, стрестың этәргес кѳс булыуы ихтимал.
Әйткәндәй, күптән түгел, Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың туберкулез хәүефе янағандарға тәғәйенләнгән мәк­тәпкәсә балалар учреждениеларын тикшерергә ҡушҡайны. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был баҡсаларға туберкулезға ҡаршы диспансерҙа иҫәптә тормаған балалар ҙа йөрөй. Бының нимәгә бәйле булыуын һорағас, фтизиатр былай тип яуап бирҙе:
– Бындай учреждениеларға ауырыу түгел, ә хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар йөрөй. Ғөмүмән, туберкулез сирле һәм хәүеф төркөмөнә ҡараусыларҙы медикаменттар менән тәьмин итеү һәм туҡландырыу өсөн бүленгән аҡсаға һис тә зарланырлыҡ түгел. Ауырыуҙар бушлай дауалана. Бюджетта был сығым ҡаралған һәм һалынған. Ә балалар учреждениеһы бигерәк тә яҡшы финанслана, бында сирҙе булдырмау өсөн профилактик саралар, туҡланыу юғары кимәлдә ойошторолған. Шуға күрә ата-әсә балаһын, танышлыҡ аша булһа ла, ҡәҙимге баҡсаға ҡарағанда, махсуслаштырылған учреж­дениеға урынлаштырырға тырыша, күрәһең.
Илдар Мөхәмәтғәле улы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа туберкулездың кәмеүе күҙәтелә, ә Башҡортостан үпкә сире буйынса Рәсәйҙә иң түбәнге баҫҡыста торған төбәктәрҙең береһе булып ҡала.
Ил һаулығын ҡайғыртҡан табиптың ғаиләһе – тормошта төп терәге. Хәләл ефете Венера Илдар ҡыҙы ла медицинаға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте – бөгөн Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының табип-лаборанты “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ҡаһармановтар ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Резеда Магнитогорск дәүләт педагогия университетының информатика, ә Диана Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетының сит телдәр факультетын тамам­лаған.
Иғтибарлығы, кешеләрҙе яратыуы, ихласлығы һәм тыйнаҡлығы менән ихтирам яулаған Илдар Ҡаһар­мановты тик яҡшы яҡтан ғына телгә алырға мөмкин. Хеҙмәттәштәре лә уны хөрмәт итә, өлгө итеп күрә. Үҙе тыуып үҫкән төбәк халҡының һаулығын ҡайғыртыуҙы бурыс итеп ҡуйған табип “Башҡортостандың 100 йыллығы” миҙалы менән бүләкләнгән. Пациенттар өсөн йән атып торған белгестең артабан да үҙ эшенән йәм табып, ауырымай-һыҙланмай һаулыҡ һағында тороуын теләйек.
Фото: Лилиә ХӘЛИТОВА.
Читайте нас: