Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Февраль 2021, 07:52

Яланғас бәкәл – үтә хәүефле мода!

Аяҡты өшөтөү – гинеколог, уролог һәм дерматологҡа тура юл Ҡыҫҡа итәктәр заманы артта ҡалды. Хәҙер тар һәм ҡыҫҡа балаҡты 12 – 30 йәшлек ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-ат та яратып кейә. Әгәр ҙә салбар ҡыҫҡа булмаһа, төрөп ҡуялар йәки ҡырҡып ташлайҙар. Йәй-көҙ башында был күренешкә иғтибар итмәйһең, ә бына уларҙың, модалы күренергә тырышып, ҡышҡыһын да шайтанашыҡтарын ялтыратып йөрөүе аптырата. Ҡаҙ тәпәйе шикелле ҡып-ҡыҙыл булып өшөгән аяҡтарға йәлләп ҡарайһың, тик модникка, әйтерһең дә, барыбер. Етмәһә, киндер кеда ғына кейеп алған. Ҡышҡы селләлә! Ундайҙар араһында балалар һәм үҫмерҙәрҙең күп булыуы борсой.

“Был бит – джоггер!”

– Ҡыҫҡа балаҡ менән һыуыҡ түгелме?

– Был ҡыҫҡа балаҡ түгел, был – джоггер! – автобуста йәш ҡыҙ миңә аптыраулы ҡарашын төбәй. Йәнәһе, шуны ла белмәйһең. – Балаҡтың осона махсус рәүештә манжет йәки резинка тегелгән. Шуға күрә ул өҫкә күтәрелеп тора. Ныҡ һыуыҡ булһа, ойоҡ кейәм. Ҡайһы берҙә.

Уға бәкәлде өшөтөүҙең ни тиклем ҡурҡыныс булыуын аңлатырға тип ауыҙымды асҡайным, ҡыҙҙың ҡолаҡсындарын кейеп, телефонға инеп китеүен күреп, туҡтап ҡалдым. Үҙем дә интернетта минең өсөн яңы булған һүҙ – “джоггер” тигәнгә аңлатма эҙләй башланым. Баҡһаң, был ыштанды йүгерергә уңайлы булһын өсөн еңел атлетика тренеры уйлап тапҡан. Уңайлы һәм иркен джоггерҙы спортсылар, бигерәк тә баскетболсылар яратып кейә икән. Ә беҙҙең балалар уны, тиңдәштәре алдында моданан артта ҡалған булып күренмәҫкә тырышып, 20 – 30 градус һалҡында ойоҡбашһыҙ кейә. Көлөрһөңмө, иларһыңмы...

Артабан эҙләнә торғас, балаҡты төрөп ҡуйыу модаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанын да белдем. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында тыуған илендәге иҡтисади көрсөктән ҡасып, Бөйөк Британияға күсеп килгән эшсе халыҡ “ғәйепле” икән барыһына ла. Улар һуңғы тиненә алған берҙән-бер джинсыһын бысратмаҫ өсөн балаҡтарын бөкләп һәм һаҡлап кейгән.


Эх, мода...

Рәсәй халҡы йыһаз һәм кейем-һалымды бер ваҡытта ла үҙ хәленә ҡарап һатып алмай. Мәҫәлән, кредитҡа ҡиммәтле тун алған, ә үҙе эшкә контейнер менән тамаҡ ташыған ҡатын-ҡыҙҙы американ алйотҡа тиңләйәсәк. Шулай уҡ ятаҡта йәшәгән студенттың кредит ярҙамында һуңғы төр айфонға эйә булыуы ла улар өсөн ҡырағай күренеш. Ай һайын 1500 һумға маникюр яһатҡан һәм яһалма керпек йәбештергән студенттар, өлкән класс ҡыҙҙары һуң?! Көнбайышта, мәҫәлән, яһалма тырнаҡ менән керпек еңел холоҡло йәки ҡара тәнле ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас. Ә беҙгә уныһы мөһим түгел, сөнки һуҡырҙарса мода артынан ҡыуырға яратабыҙ, китте – бөттө, вәссәләм!

Һуңғы осорҙа яланғас сираҡлы үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың күбәйеүе тап мода артынан ҡыуыуға бәйле бит. Ә был мода йүнәлешенең эҙемтәләре ауыр, хатта инвалидлыҡҡа килтереүе бар, ти белгестәр.


Простатит күберәк

йәштәрҙә асыҡлана

Малай-шалай киләсәктә ауыр сирҙәргә – простата биҙе менән проблемаларға “йәшел ут” ҡабыҙа. Әйткәндәй, урологтар, енес биҙе шешеүе үҫмер малайҙарҙа ла йыш осрай, тип саң ҡаға.

– Йомшаҡ климат өсөн уйлап табылған бик күп кейем-һалым, үкенескә күрә, йәш быуындың һаулығын бөтөрә. Янбаш органдарының хроник сирҙәре бөгөн оло йәштәге түгел, ә йәш ир-ат һәм енси тормошҡа ла инмәгән үҫмерҙәр араһында күберәк асыҡлана. Ирҙәр һаулығына бәкәл генә түгел, билдең дә яланғас йөрөүе оло зыян килтерә. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, хәҙер киҫкен простатит диагнозы күберәк өлкән класс егеттәренә ҡуйыла. Һораша башлаһаң, пациент мотлаҡ һыуыҡта кроссовка йәки кеданы ойоҡбашһыҙ кейеп, бәкәлен өшөтөп йөрөгән булып сыға, – ти Өфө ҡалаһынан балалар урологы Линар Сәйәров.


Кеше шайтанашығы

өшөгәнен аңламай

Елена Ковтунова, табип-дерматолог: “Шайтанашыҡ тиреһенә туңыу өсөн оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй. Тире тәүҙә әсетә кеүек, артабан еңелсә сәнсеүҙәр, һуңынан бер нәмә лә һиҙмәү йәки ҡысыу барлыҡҡа килә. Шулай уҡ көслө ауыртыу йәки тартышыу булыуы мөмкин. Беренсе дәрәжә туңыу икән, тәүҙә тире ҡыҙара, һуңынан ағара, икенсе дәрәжә – бәкәл тиреһе һоро төҫкә инә. Тире ҡабарып сыға, ҡан килмәгәнлектән, эпителий туҡлана алмай. Дөрөҫ итеп дауалағанда, ҡан әйләнеше ни бары ике-өс аҙнала тергеҙелә.

Өсөнсө дәрәжә туңыу мәлендә тире күк төҫкә инә, сөнки ҡан әйләнеше бөтөнләй юғала. Бәкәл тиреһе ҡанлы күперткеләр менән сыбарлана. Был осраҡ бихисап ауырыуҙың башланғысы булып тора.

Дүртенсе дәрәжә өшөүҙән аяҡ бөгөлө ҡараясаҡ, тире һөйәккә тиклем боҙоласаҡ. Эҙемтәһе – инвалидлыҡ.

Шайтанашыҡ мөһим роль уйнаған аяҡ бөгөлдәренең береһе икәнен онотмағыҙ! Иң хәүефлеһе, уның өшөгәнен күптәр үҙҙәре лә аңламай! Бәкәл һалҡында оҙаҡ ваҡыт асыҡ йөрөүҙән тем­ператураға һиҙгерлеген юғалта. Кеше бер нәмә лә һиҙмәй икән, тимәк, аяғы өшөгән тигән һүҙ. Көн торошона ярашлы һәм һаулы­ғығыҙҙы ҡайғыртып кейенегеҙ!”


Ауырыу көсәйһә,

йәнеңде алыр

– Рәсәй ҡышына Италия йәки Франция модаһы бөтөнләй килешмәй, тик күптәр ҡар ятһа ла йоҡа табанлы киндер кедалары менән хушлашырға ашыҡмай. Аяҡтың табаны һәм шайтанашығы өшөү иммунитетты кәметә, тимәк, организмға инфекциялар үтеп инеүенә юл ҡуйыла. Бала саҡта ололар, аяҡты өшөтөргә ярамай, тип өйрәтте. Аяҡ өшөнө икән, гайморит, тонзиллит, отит һәм башҡа лор-сирҙәр шунда уҡ баш ҡалҡыта.

Береһен дә урап үтмәгән әлеге йәштәр модаһы арҡаһында балалар күпләп киҫкен артрит диагнозы менән дауаханаға эләгә. Тағы бер нисә йылдан был сир хроникка әйләнәсәк. Һыуыҡта ҡан тамырҙары тарая, шуға күрә аяҡтағы ҡан әйләнеше ныҡ боҙола. Тарихҡа күҙ һалһаң, Беренсе донъя һуғышында йүнле аяҡ кейеме булмау һәм аяҡтарын өшөтөү арҡаһында меңәрләгән һалдат яҡты донъя менән хушлашҡан, – тип Стәрлетамаҡ ҡалаһынан иммунолог-аллерголог Эльвира Ғилуанова йәш быуындың һаулығы өсөн ныҡ борсола.


Әсәлек бәхетеме, әллә...

Ҡыҙҙарға, балаҡ төрөп, үҙҙәрен бәүел юлдары ауырыуҙарына, ҡатын-ҡыҙ һаулығының ҡаҡшауына дусар итеүен аңлатып тороу артыҡ булыр. Заман модаһы йәштән үк гинекологик сирҙәргә, артабан түлһеҙлеккә килтергәс ни, демография үҫеше өсөн әллә күпме аҡса бүлһәң дә, алға китеш булмаясаҡ.

Ер йөҙөндә бер генә дизайнер ҙа һалҡында асыҡ бәкәл менән йөрөргә тәҡдим итмәй, әлбиттә. Был мода йүнәлешенә йән өрөүселәр ҡаты Рәсәй климатында йыл әйләнәһенә яланғас сираҡ менән йөрөүҙәрен белһә, иҫтән яҙған булыр ине.

Әгәр ҙә балағыҙ был моданан баш тартырға теләмәй икән, уның эҙемтәләрен яҡшылап аңлатығыҙ. Сағыу ойоҡбаштар һатып алығыҙ, әйткәндәй, улар ҙа бөгөн модала. Үҫмер менән килешеү юлдарын мотлаҡ эҙләп табырға кәрәк. Сөнки ойоҡбашһыҙ йөрөмәҫкә һүҙ биргән бала өйҙән сығыу менән уларҙы сисеп ташлайҙыр, кем белә? Алыҫ ҡалала белем алған студентты иһә контролдә тотоу бөтөнләй мөмкин түгел. Балаларығыҙға кейем һайлағанда, мода түгел, ә һаулыҡ мөһимерәк, тип әленән үк аңлатығыҙ.

... “– Олатай, һин аяғыңды һуғышта юғалттыңмы?

– Юҡ, балам, минең йәш сағымда хатта ҡышҡыһын да ыштан балағын бөкләп, бәкәлде күрһәтеп йөрөү модала ине”.

Ошо көләмәстәге ише булып ҡуймаһын, Аллам һаҡлаһын!


Фото: Лилиә ХӘЛИТОВА.


Читайте нас: