Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Декабрь 2020, 19:48

Ни өсөн баш мейеһе баҫымы күтәрелә?

Баш мейеһе баҫымының нилектән күтәрелеүен аңлау өсөн уның үҙ-ара тоташҡан дүрт ҡыуышлыҡтан (ҡарынсаларҙан) тороуын аңларға кәрәк.

Шулар буйлап арҡа мейеһе шыйыҡлығы – ливкор хәрәкәт итә.
Нормала булғанда ошо ҡарынсаларҙың һәм субарахноидаль киңлектең күләме 130 – 150 мл, ә ливкор көнөнә 450 – 500 мл бүленеп сығырға тейеш. Йәғни ул көнөнә өс тапҡыр яңыртыла. Ә инде арҡа мейеһе шыйыҡлығы баш һөйәге һыйҙыра алғандан күбәйә башлай икән, баҫым күтәрелә һәм шуға бәйле баш ауырта башлай. Айырыуса йоҡонан торғандан һуң, ҡан әйләнеше насарайғанда шулай була.
Иртәнсәк баш ауыртыуы – баш мейеһе баҫымын күтәрелеүенең тәүге билдәһе. Йыш ҡына күңел болғаныу, ярамаған аҙыҡ ашамауға ҡарамаҫтан, ҡоҫҡо килеү кеүек билдәләре лә күҙәтелеүе ихтимал. Быныһы инде – эске баш мейеһе гипертензияһының икенсе билдәһе. Өсөнсө билдәһен күҙ табибы ғына билдәләй ала.
Сәбәбе
Ауырыуҙың сәбәбе күп төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ауырыу кеше оҙаҡ түшәктә ятыу сәбәпле, ҡан әйләнешенең насарайыуы.
Ливкор күләменең артыуы мейенең төрлө кимәлендә уның ағыу юлдары блокадаланыу арҡаһында булыуы мөмкин. Был осраҡта компьютер йә магнит-резонанс томографияһы үткән ваҡытта ливкорҙың күбәйеүе арҡаһында бай мейеһе ҡарынсаларының ҙурайыуын күрергә мөмкин.
Блокадаға менингит, энцефалит кеүек ялҡыныһыныуҙар, шулай уҡ ҡарынсаларҙы ҡыҫыусы йәрәхәт, шештәр килтерә. Инсульт менән инфаркт та ошондай эҙемтәләргә килтерә.
Ниһайәт, үпкәләге тотҡарланыу күренештәре, киҫкен гипертония энцефалопатияһы ла тамырҙарҙың киңәйеүенә һәм мейенең шешеүенә һәм шуның эҙемтәһе булараҡ, баш мейеһе гипертензияһына килтереүе ихтимал.
Баш мейеһе гипертензияһы – ул ниндәйҙер ауырыуҙың эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, фалиж кеүек үк. Ул бер ҡасан да үҙенән-үҙе булмай, ниндәйҙер сәбәп булырға тейеш. Төп сәбәптәрҙең береһе – инсульт. Бай мейеһе баҫымының күтәрелеүе лә шулай уҡ буштан ғына булмай.
Эш ливкор күбәйеп китеүҙә түгел, ә ниндәйҙер сәбәп арҡаһында мейенең резерв киңлеге кәмеүҙә һәм арҡа мейеһе шыйыҡлығын ҡуйырға урын етмәүҙә. Күҙ алдына килтерегеҙ: биҙрә һыу менән тулһа, ситкә сайпыла башлай. Биҙрәнән айырмалы рәүештә, мейенең ҡарынсалары киңәйә ала, әммә киңәйгән осраҡта улар мейенең башҡа өлөштәрен ҡыҫа. Был иһә баш ауыртыуына килтерә.
Ҡан баҫымын тонометр менән үлсәп булһа, баш мейеһенең юғарымы, түгелме икәнлеген нисек билдәләргә һуң?
Уны дауаханала махсус арҡа мейеһе пункцияһын алып үлсәйҙәр. Әммә уны эшләү мотлаҡ түгел, баш мейеһе баҫымын күҙ төбөн ҡарап, окулист та хатаһыҙ итеп билдәләй ала. Шунлыҡтан иртән баш ауыртып, күңел болғанып тора икән, иң беренсе офтальмологҡа күренегеҙ.
Нисек дауаларға?
Окулист ошондай диагноз ҡуя икән, иң беренсе сиратта, неврологта һәм башҡа белгестәрҙә тикшерелеп, уның нилектән барлыҡҡа килеүен асыҡларға кәрәк. Әлбиттә, тәү сиратта төп ауырыуҙы дауалау мөһим. Бынан тыш, шеште кәметеү өсөн, бәүел ҡыуҙырыу препараттарын тәғәйенләйҙәр. Дауаланыу курсын табип билдәләй.
Шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу саралалырынан халыҡ медицинаһы ысулдарына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Мәҫәлән, дарыу үләндәре. Төнгөлөккә термосҡа ике ҡалаҡ талҡанемеше, бер ҡалаҡ бөтнөк үләне һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп ятырға һәм иртәгәһенә шуны көнөнә 4 – 5 тапҡыр йылы килеш эсергә. Талҡанемеш бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәләгенә эйә булһа, бөтнөк үләне баш ауыртыуын, күңел болғаныуҙы баҫа, тынысландыра.
Туҡранбаш (клевер) үләне лә төнәтмәһе шундай уҡ үҙенһөҙөмтә бирә. 2 ҡалаҡ сәсәкәһенә ярты литр һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға, иртәгәһенә көн дауамында әҙ-әҙәләп эсергә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас: