Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Декабрь 2020, 08:48

Әгәр намыҫың таҙа булыуын теләһәң...

“Тормошомда шулай килеп сыҡты: иремдән айырылғас, баламды әсәйемә ҡалдырып, алыҫҡа сығып киттем. Хәлемдән килгәнсә аҡсалата ярҙам иттем. Йылына бер-ике тапҡыр ҡайтып торҙом. Былтыр ҡыҙымдың атаһы мәрхүм булды, ҡайтып, балаға тейешле аҡсаны юллап, әсәйемә банк картаһын тотторҙом. Шунда ул мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә йөрөгәнен әйтте. Йәнәһе, бер нисек тә ярҙам итмәйем, ҡайтмайым, күренмәйем, бала минән һыуынып бөткән, һағынмай ҙа, һорамай ҙа, имеш. Ҡыҙымды үҙенә опекаға алыуын, етемдәргә дәүләттең ныҡ ҡына ярҙам итәсәген әйткәс, уйға ҡалдым. Аҙаҡ риза булып, почта аша имзам ҡуйылған хатты ла ебәрҙем. Бер ҡараһаң, документтарҙа ғына була бит был хоҡуҡтан мәхрүм ителеү, ә ысынбарлыҡта беҙҙең арала бер ни үҙгәрмәйәсәк: нисек аралашҡанбыҙ, шулай һәүетемсә буласаҡ, тип уйланым. Һәм бөгөнгө көнгә тиклем шулай булды ла. Ярты йылдан ашыу элек бер һәйбәт кенә ирҙе осратҡайным. Хәҙерге көндә бергә йәшәйбеҙ, ул яңыраҡ тәҡдим яһаны. Ҡыҙым барлығын белә, уны үҙ исеменә яҙҙырырға теләүе тураһында ла һүҙ сыҡты. “Ҡыҙ кеше әсәһе, атаһы менән бергә йәшәргә тейеш, үҙебеҙгә алып ҡайтайыҡ”, – тигәне бирле йоҡом – йоҡо, ашым аш түгел. Был ир миңә ныҡ ҡәҙерле кешегә әйләнеп өлгөрҙө. Үҙемдең әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәнемде әйтһәм, нимә булыр? Ул мине аңлармы? Нисек әсәлек хоҡуғын тергеҙергә? Әсәйем ҡырҡа ҡаршы: өйләнешһәгеҙ ҙә бала бында булһын, ти... Башым ҡатып йөрөгән ваҡытым, зинһар, ярҙам итегеҙ. Венера, 30 йәш”.

Әсәлек хоҡуғын тергеҙеү суд аша атҡарыла. Бының өсөн ғариза яҙып, йортоң, эшең булыуын, бала аҫрарлыҡ мөмкинлектәрең барлыҡҡа килеүен судта иҫбатларға тура килер. Опекалағы бала – ваҡытлыса күренеш, шуға күрә лә ата-әсәнең тәртибе, йәшәү рәүеше, килеме үҙгәрһә, улар һәр ваҡыт балаһын үҙ ғаиләһенә ҡайтарып алыу хоҡуғы менән файҙалана ала. Хатта опекун риза булмаһа ла, әгәр ҙә бала теләһә, суд, ҡағиҙә булараҡ, ата-әсә хоҡуғын тергеҙергә теләгәндәр яғында була. Был хоҡуҡ тик уллыҡҡа/ҡыҙлыҡҡа (усыновление) алынған балаларға ғына ҡағылмай. Ҡабатлайым, бының өсөн суд процесы аша үтергә кәрәк булыр.
Һинең күңел кисерештәреңде аңлайым, бәхетле, парлы булыуыңды мин дә теләйем. Шулай ҙа, дөрөҫөн һөйләп бирһәң, артабан һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙең ниндәй юҫыҡҡа күсеүен төҫмөрләй ҙә алмайым. Сөнки мин уны ла, һине лә бөтөнләй белмәйем. Әммә һинең яңы тормошоңдо ялғанһыҙ башлау теләге һоҡландырмай ҡалманы. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, был турала онотмаҫҡа ғына кәрәк. Бигерәк тә суд аша үткән хәлдәрҙе оҙаҡ итеп йәшереп тә, минең унда ҡыҫылышым юҡ, тип ант итеп ҡотолоп та булмай. Бәхетле булыуҙың серҙәре ябай һәм шуларҙың береһе – яратҡан кешең алдында намыҫыңдың таҙа булыуы. Венера, һинең ике юлың бар: дөрөҫөн һөйләргә йәиһә өндәшмәҫкә. Һайла. Ҡайһы вариантты һайлаһаң да, зинһар, үтенесемде ишетсе: ҡыҙыңдың күңелен аяп, уға тағы ла һыҙланыуҙар аша үтмәҫлек итеп эш ит.
Фото: Әлмира ИСХАҠОВА
Читайте нас: