Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Ноябрь 2020, 08:04

Алтын урталыҡ табырға өйрәнегеҙ

Ни эшләргә лә белмәйем! Беҙҙең улыбыҙ балалар баҡсаһына ике йәштән үк йөрөй. Әлбиттә, өйрәнеп киткәнсе илау-һыҡтауҙар булып алды. Кемдә ундай хәл булмаған? Әйтергә кәрәк, ғаиләбеҙ һау! Ысынлап та, балабыҙ дүрт йылда бер тапҡыр ҙа ауырыманы, атаһы менән мин дә сирләмәй генә эшләп йөрөйбөҙ. Ирем инде – ете, мин ике йыл алһыҙ-ялһыҙ эшләйбеҙ. Ипотека, баланың төрлө түңәрәк-күнекмәһенә аҡса кәрәк, шуға тырышабыҙ ҙа инде. Аңлап тораһығыҙ бит – хәҙерге заманда көнө-төнө эшләмәһәң, матур машинала, ҙур фатирҙа йәшәү бөтөнләй ҙә мөмкин булмаған нәмә! Пандемия ваҡытында ла эшләнек, шуға күрә улыбыҙ ҙа бер ҡалдырмай баҡсаға йөрөнө. Шул мәлдә, күптәр йөрөмәй, минең дә барғым килмәй, тип мыжып та алғайны. Әле һеҙгә яҙыуымдың сәбәбе – инде икенсе ай көн дә баламды көскә торғоҙам, баҡсаға һөйрәкләп тигәндәй алып барырға тура килә! Ике һүҙҙең береһе – «бармайым, йөрөмәйем, күргем дә килмәй береһен дә!» Хатта илай башланы! Тәүҙәрәк алдап-йолдап алып барҙым, шунан – тәм-томға алдаштырып, артабан нимә менән әүрәтергә һуң? Ә хәҙер шәмбе һайын мәктәпкә әҙерлек дәрестәренә йөрөй башланыҡ. Унда ла барыуҙан ҡырҡа баш тарта! Уның көйһөҙләнеүе ирем менән икебеҙҙе ныҡ борсоуға һала, үҙ-ара әрләшеп тә алдыҡ. Ошо көндәрҙә, баҡсаға бармаҫ өсөндөр, башым, эсем ауырта, тип тә алды. Беҙгә нимә эшләргә? Нисек баланы баҡсаһына тыныс ҡына алып йөрөргә? Венера.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, әлбиттә. Тыу­мыштан бирелгән ошо иммунитетты һаҡлау – беҙҙең, йәғни ата-әсәнең, оло бурысылыр, тип уйлайым. Хәҙер ентекләп һеҙҙең ситуацияны байҡайыҡ. Балағыҙ ике йәштән баҡса тупһаһын тапай. Уны һеҙ эшкә барышлай индереп китәһегеҙ, ә үҙегеҙ эштән сыҡҡас, бер-ике магазинға ингәндән һуң ғына барып алаһығыҙ. Тимәк, улығыҙ һеҙгә ҡарағанда ла дәүләт учреждениеһында, күмәк кеше араһында күберәк була. Күҙ алдына килтерегеҙсе: кескәй генә кеше иртәнге сәғәт етенән киске етегә тиклем “эшләй”. Алһыҙ-ялһыҙ. Көн һайын. Дүрт йыл. Эш, тип юҡҡа ғына әйтмәйем. Сөнки көн дә кеше араһында булыу, башҡалар менән конфликтҡа инмәҫкә тырышып, үҙеңде тыйыу, кемгәлер ярау, тәрбиәселәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу, оҡшамаған кешеләрең менән (ундайҙар балалар баҡсаһында булмай, тимәгеҙ) мөнәсәбәттәр булдырыу – оло һәм яуаплы, ауыр эш. Тап ошо “эш”кә бала тарафынан күпме көс һалына! Аңлайһығыҙҙыр, һүҙ бында физик көс тураһында бармай. Әлеге мәлдә мин һеҙҙең улығыҙҙың балалар баҡсаһынан сикһеҙ арығанын күрәм. Ул һеҙгә үҙенең хәлен төрлөсә аңлатырға тырыша – ныҡлап ауырып китмәҫ элек үтенесен ишетегеҙсе, зинһар. Психологтарҙың был юҫыҡта фекерҙәре бер: яйын табып, бергәләп бер нисә көн ял итергә, йоҡо туйғансы йоҡларға, урман-ҡырға сығып әйләнергә тәҡдим итә коллегаларым. Әлбиттә, каникулды: “Һин ҡаҡшатҡанға ял алырға тура килде!” – тип аңлатырға ярамай. Ҡапыл ғына ике аҙнаға (күпме ваҡыт ял итәсәгегеҙҙе билдәләү мотлаҡ) ял бирҙеләр, ҡайһылай һәйбәт булды, һин ризаһыңмы минең менән бушты бушҡа ауҙарырға, тип яңылығығыҙҙы яҡшы кәйефтә еткерегеҙ. Ял иткән мәлегеҙҙә улығыҙға иғтибарҙы бермә-бер арттырығыҙ. Был буш һүҙ түгел – ныҡ талсыҡҡан йәш организм эмоциональ көсөргәнештән өҙлөгөп ҡуймаһын. Әгәр ҙә кәйефе үҙгәрешһеҙ ҡалһа, борсолоу-илау дауам итһә, аппетиты юғалһа, табипҡа мөрәжәғәт итергә тура килер.
Ҡәҙерле Венера ханым! Яратҡан, аҡсалы эшегеҙҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайым. Бер бөртөк улығыҙҙың иркен өйө, йәне теләгән уйынсығы, күңеле ятҡан күнекмәләре булһын өсөн көнө-төнө йылдар буйы тир түккәнегеҙҙе лә беләм... Тырышһығыҙ, сәмлеһегеҙ – был яҡшы күренеш. Тик бына хәҙер саҡ ҡына “тын” алығыҙсы, туҡтап тороғоҙ, балағыҙ, уның һаулығы, киләсәге (тимәк, һеҙҙең дә) хаҡына пауза яһағыҙ. Әле һеҙгә “тапалып” бөткән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым. Эш бер ҡасан да бөтмәҫ, ә балағыҙҙың бәләкәй сағы тиҙ генә үтә ул! Һәр нәмәнең үҙ мәле, үҙ ваҡыты бар: шулай уҡ эштең дә, ялдың да – алтын урталыҡ тураһында онотмаҫҡа тырышығыҙ, йәме.
Фото: Әлмира ИСХАҠОВА.
Читайте нас: