+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ноябрь 2020, 23:11

Миҙгелгә бәйле ауырыуҙарға ҡаршы

Көҙгө һалҡындар башланыу менән төрлө ауырыу ҙа көсәйә. Улар бигерәк тә иммунитеты насар булған кешеләрҙе һағалап ҡына тора: йә һалҡын тейеп бара, йә инфекция эләгә. Нисек итеп уларҙан һаҡланырға һуң?

Иммунитетты нығытыу өсөн
Уны әҙерләү өсөн 150 г бал, 200 – 300 г ҡабаҡ, бер лайм, ике лимон һәм бер имбирь, 150 г шәкәр һәм ун минут ваҡыт етә. Лимон менән лаймды ҡайнар һыу менән бешекләп алырға. Лайм булмаған осраҡта лимон да ярай. Ҡабаҡ менән имбирҙең ҡабығын таҙартып, ваҡлап турарға, һуңынан блендер менән иҙергә кәрәк булыр. Лимон менән лаймдың һөйәктәрен алып, ҡабығы менән бергә турарға. Һуңынан барыһыны бер һауытҡа һалып, бал менән шәкәр өҫтәргә лә блендер менән яҡшы итеп иҙергә. Әҙер булғас, ҡатнашманы һалҡын урында һаҡларға кәрәк. Һыуытҡыста оҙаҡ ҡына ваҡыт ултырһа ла бер нәмә лә булмай. Был шифалы һәм тәмле дарыуҙы сәйгә ҡушып эсергә, ҡоймаҡ, печеньеға һылап ашарға ла мөмкин.
Шыршы балы киҙеүҙән һаҡлай
1 кг шыршы йәки аҡ шыршы (пихта) бөрөһө алырға. Уны дарыуханала һатып алырға мөмкин, йәки яҙғыһын 3 – 5 см булып үҫкәндә йыйып алалар. Бөрөләрҙе һалҡын һыуҙа йыуып, ваҡларға һәм эмалле кәстрүлгә һалып, 3 л ҡайнар һыу ҡойорға һәм 15 минут ҡайнатырға.
Һыуын марля аша һөҙөп, бер аҙ торғандан һуң, йәнә бер ҡат һөҙөргә. Бер литрға бер килограмм иҫәбенән сығып, бал ҡушырға. Шунда уҡ 10 г 30 процентлы спирттағы прополис ҡушырға. Ул шулай уҡ дарыуханала һатыла. Барыһын бергә яҡшы итеп бутап, 45 градусҡа тиклем йылытырға. Ошоноң менән шифалы бальзам әҙер. Һыуынғас шешәләргә ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға.
Киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы ауырыу менән сирләгәндә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр балғалаҡ эсергә. Ул ҡышты ауырмай үткәрергә, төрлө вирустарға һәм микробтарға ҡаршы торорға ярҙам итер. Аурыған хәлдә лә сирҙе еңелерәк үткәрерһегеҙ. Был шифалы бал иммуниетты күтәрә һәм организмдың бөтә системаларының эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ауырыу башланып ҡына торғанда
Тамаҡ ауыртып торғанда – йылымыс һыуға бөтнөк үләне, бер лимон һутын ҡушып әҙерләнгән эсемлек ярҙам итә;
Ҡоро йүтәл йонсотҡанда – йүкә сәскәһен термоста ҡайнар һыуҙа 3–4 сәғәт төнәтеп эсергә:
Тымауҙан – һуған һуты, алоэ һутын ҡушып, 1:1 нисбәтендә һыу өҫтәп танауға тамыҙырға;
Һалҡын тейгәндә – мөмкин тиклем күберәк һыу эсегеҙ. Йылантамыр үләне менән лимон ҡушып сәй әҙерләргә мөмкин. Шулай уҡ ҡайнатма тураһында ла онотмағыҙ! Мәҫәлән, температураны бик яҡшы төшөрөү сараһы – ҡурай еләге ҡайнатмаһы.
Фото:Т.Аманов.