Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2020, 08:26

Был бала һеҙгә донъялыҡта төрлө хәл булыуын аңлау өсөн бирелгән

"Беләһегеҙме, минең өс балам бар. Өсәү. Минең дә, иремдең яғынан да туған-тыумасабыҙ имен-һау! Ирем менән балалар табыуға бик етди ҡараныҡ, спиртлы эсемлектәр бөтөнләй ҡулланманыҡ, әлегә тиклем сәләмәт тормош алып барабыҙ. Ике оло балабыҙ, беҙҙе ҡыуандырып, уҡыуҙа алдынғылар рәтендә бара, төрлө ярышта ҡатнашып, уңыштар яулай.Иптәшем менән айырылырға йөрө­гәндә, өсөнсөгә ауырлы икәнемде аңланым. Аралар һыуынып, ауырлыҡ менән булһа ла, киләсәктә унһыҙ йәшәү фекеренә күнеп бөткәйнем генә. Бала хаҡы тип, яңынан ҡауыштыҡ. Бергә йәшәү менәнме... Йыш ҡына низағлаша торғас, дауаханаға эләк­тем. Һыуыҡ алдырҙым... Йөклө мәлем сирләп үтте, тиһәм дә хата булмаҫ. Улыбыҙ ваҡытынан алда тыуҙы. Өндәшмәҫ, мыжымаҫ бәләкәсебеҙҙе, "ир" кеше шулай була инде, тип һөйҙөк. Әлбиттә, табиптар уның үҙен­сәлеген күрҙе, миңә төрлө кәңәш биреп, тикшерелергә тәҡдим иттеләр. Баш тарттым, сөнки, ҙурая килә үтер, тип өмөтләндем. Сит кешеләрҙән ҡурҡҡан, тик һандар һәм хәрефтәр ме­нән генә уйнаған, һөйләшмәҫ улы­быҙҙың сиренең сере балалар баҡса­һында асылды. Унда бөтөнләй ашамай, башҡалар менән аралашмай, гел генә тәрбиәсеһе янында. Шуға күрә лә һеҙгә килдем. Аңлатығыҙ, ҡасан минең балам нормаль буласаҡ? Уны ҡайҙа алып барырға? Нисек дауаларға? Күпме ваҡыттан һуң ул башҡалар кеүек буласаҡ?"

Башҡалар кеүек – нисек, тигән һорауыма әсә: "Апалары, күрше балалар һымаҡ уйнап-көлһөн, бытылдап һөйләшһен, төрләндереп ашаһын ине ул", – тине. Аптырауымды белдер­мәҫ­кә тырышып, әсә кешенең баланың диагнозы тураһында хәбәрҙармы икәнен һораштым. "Беләм. Уҡыным. Мин риза түгел ул диагноз менән. Сөнки балам­дың ундай булыуы – мөмкин булмаған хәл! Берәй нәмә эшләгеҙсе, ул бит минең менән бөтөнләй һөйләшмәй", – тип аҙарынды ул.
"Туҡтағыҙ әле, ханым, улығыҙҙың аҡыллылығын, тырышлығын, матур­лығын ниңә күрмәйһегеҙ? Диагнозына ҡарамаҫтан, йәмғиәткә яраҡла­шыр­лыҡ, аҡылы камил, алты ағзаһы теүәл! Дүрт кенә йәшлек булып хәрефтәрҙе таный, һандарҙы белә, татылдап шиғыр һөйләп ҡуя! Ә бына һеҙ – әсә кеше, ҡасан уны нисек бар шулай ҡабул итерһегеҙ? Ҡасан ярата башларһығыҙ икән?" – тип өнһөҙ һорау бирҙем әсәйгә.
Сағыштырыуҙың төбө-тамыры ҡайҙа икән? Әйтергә кәрәк, бындай "сир"гә дусар булған кеше, сағыштыра торғас, үҙенең тормошонда, ирендә, балаларында әллә күпме етешһеҙлек табасаҡ. Улай ғына ла түгел, башҡалар кимә­ленә күтәрелергә, уларҙы "ҡыуып етеп, уҙып китергә" бар көсөн һала баш­лаясаҡ. Сөнки уның девизы: "Беҙ баш­ҡаларҙан кәм түгел!".
Әммә тормошта, ә беҙ был турала беләбеҙ, үҙгәртеп булмаҫлыҡ хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Ошо ваҡытта "сағыш­тырыусы" нимә эшләй? Йә ситуацияны ҡабул итә, йә, булмаҫтайҙы булдырам тип, билен биртендерә. Беренсе вариант иң еңеле: кинәт кенә сағыш­тырыуҙарҙы туҡтатаһың да, үҙ тор­мошоң өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулыңа алаһың! Йәғни фекерләүҙәреңде һәм һорауҙарыңды тышҡа түгел, эскә – үҙеңә йүнәлтәһең: "Ни өсөн миңә был хәл бирелде? Ниндәй тәжрибә туп­ларға тейешмен? Ниндәй һығымта яһарға?".
Йәш әсәнең ситуацияһына иғтибар итәйек: бәләкәс кенә кеше үҙенә йомолған, уға үҙ донъяһында бик уңайлы, ул башҡаларға оҡшарға тырышмай, кемгәлер ниҙер дәлилләүҙән азат һәм шул уҡ ваҡытта үҙ сиктәрен ныҡ һаҡлай – башҡалар бер ҡасан да ул үҙе теләмәгәнде эшләтә алмаясаҡ. Әсә кеше ошондай балаһы өсөн кемдәрҙәндер ояла, уны ҡабул итә алмай – бөтә бәлә шунда ғына. Ә иң мөһиме, был сир баланы ныҡлап "әсир" итмәгән, киләсәктә ул йәм­ғиәттә ҮҘЕНСӘ ҡулайлашасаҡ, тик... Тик беҙ – әсәйҙәр, уны башҡалар кеүек итәбеҙ, үҙгәртәбеҙ, тип үтә ныҡ ты­рышмаһаҡ... Минең күреүемсә, әсәйгә был малай балаларын айырмай яра­тырға, ғөмүмән, донъялыҡта төрлө хәл булыуын аңлау һәм ҡабул итергә өйрәнеү өсөн бирелгәндер ул! Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: Әлмира ИСХАҠОВА.
Читайте нас: