Һаулыҡ һаҡлау
7 Октября 2020, 13:28

Укроп орлоғо күп ауырыуға дауа

Халыҡ медицинаһы

Әле баҡсаларҙа укроп орлоғоноң өлгөргән мәле. Йыш ҡына беҙ уға артыҡ әһәмиәт бирмәйбеҙ, хатта йыйып та алырға онотабыҙ. Ә халыҡ медицианһында уны күп кенә ауырыуҙы дауалауҙа уңышлы файҙаланалар. Мәҫәлән, б өйөрҙә таш булғанда – бәүел ҡыуҙырыу, һалҡын тейгәндә һәм йүтәлдән ҡаҡырыҡты сығарыу сараһы булараҡ тәҡдим итәләр.
Бала имеҙеүсе ҡатындарға укроп орлоғо төнәтмәһе һөт өҫтәй, ә кескәй сабыйҙарға эс ҡабарыуҙан һәм ауыртыуҙан ярҙам итә. Конъюкнктивит, ирит кеүек күҙ ауырыуҙарын күҙҙе укроп төнәтмәһе менән сайҡатып дауалайҙар. Әммә түбән ҡан баҫымы менән яфаланыусы кешеләргә уның төнтәмәһен эсергә кәңәш ителмәй.
Йоҡоһоҙлоҡтан
50 г орлоҡҡа бер шешә яҡшы ҡыҙыл шарап ҡойоп, яҡшы итеп бутарға һәм утҡа ҡуйып, ҡайнар хәлгә еткерергә. Һуңынан һыуытып, үтә күренмәле шешәгә ҡойорға. Көйәләнеп, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә төнгөлөккә бер ҡалаҡ эсергә.
Кескәйҙәр өсөн укроп һыуы
Бер балғалаҡ укроп орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм ҡапҡас менән ныҡ итеп ябып, бер сәғәт төнәтергә. Таҙа туҡыма аша эҫе килеш һөҙөп алып, һыуытырға. Әҙер төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға. Балалар метеоризмынан һәм эс сәнсеп ауыртҡанда көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсерергә.
Юғары ҡан баҫымынан һәм баш ауыртыуынан
Ике балғалаҡ ваҡланған укроп орлоғона ярты л һыу ҡойоп, 10 минут төнәтергә, артабан утта ҡайнар хәлгә еткерергә һәм таҙа марля аша һөҙө һауытта һаҡларға. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә. Был шифалы эсемлек баш ауыртыуын баҫа, йөрәктең һәм баш мейеһенең ҡан тамырҙарын киңәйтә.
Төндә бәүел тотмауҙан
Бер балғалаҡ ваҡланған укроп орлоғана бер стакан таҙа һыу ҡойоп, ҡайнатырға һәм ҡапҡас менән ябып, йылы таҫтамалға урап, өс сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне, тулыһынса төнгөлөккә эсергә. Балалар өсөн уның күләме өс тапҡырға кәмерәк булырға тейеш. Дауаланыу курсы биш көндән бер аҙнаға тиклем.
Организмды йәшәртеү өсөн
Бер үк күләмдә алынған ҡарағат япрағын, укроп орлоғон, мкиптерелгән алма ҡабығын, ҡурай еләге япрағын, өомалаҡ тубырсығын ҡушып, он хәленә еткергәнсе ваҡларға. Ошо ҡатнашманы шыйығайтҡансы һыу өҫтәп, талғын утта бер-ике минут ҡайнатырға. Һыуынғас, таҙа марля аша һөҙөп алып, үләндәрен һығырға. Көн һайын иртән ас ҡарынға һәм төнгөлөккә эсергә.
Фото:Т.Аманов.


Читайте нас