Хеликобактер пилори шундай ҡурҡыныс менән янағас, нишләп кешелек һаманғаса ашҡаҙан яман шешенән ҡырылып бөтмәгән һуң, тип һорарһығыҙ. Сөнки яман бактерияның эшмәкәрлеген беҙҙең иммунитет тотҡарлап, йәйелергә ирек бирмәй туҡтатып тора. Дөйөм иммунитет та беҙҙе һаҡлай, урындағы, ашҡаҙандағы, иммунитет та һаҡта һиҙгер тора. Организмдың һаҡ системаһы хәүефле бактерияларҙың һөжүмен ваҡытында һәм дәррәү кире ҡағып торғанда, беҙгә хәүефләнергә урын юҡ.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр ҡеүәтле иммунитетын үҙҙәре ҡаҡшата. Тоҙло-боросло аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреү, алкоголь менән ныҡлы дуҫлашыу, аяҡ өҫтө туҡланыу, аспирин һәм башҡа дарыуҙарҙы йыш ҡулланыу ашҡаҙандың лайлалы тиресәһенең иммунитетын ҡоралһыҙландыра. Һәм хеликобактер пилориҙың рәхәтләнеп, шашып тамыр йәйеүен көт тә тор.
Ә нисек был мәкерле бактерия организмға эләгә? Бик ябай ғына – ауыҙ аша. Мәҫәлән, үбешкәндә йоҡторорға мөмкин. Йәки бәҙрәфкә барып килгәндән һуң ҡулды йыумағанда. Балалар, ғәҙәттә, ата-әсәһенән йоҡтора – әсәйҙәр иҙәнгә төшкән имеҙлекте ялап “дезинфекциялап” бәпескә тоттора йәки баланың ҡалағындағы аҙыҡты тәмләп ҡарап ашата.
Әйткәндәй, гастрит көҙөн һәм яҙын көсәйә. Сөнки көҙгө һәм яҙғы мәлдәрҙә организм көсһөҙләнеп, уның инфекцияларға, шул иҫәптән хеликобактер пилориға ҡаршы тороу һәләте кәмей.
Яҡындарығыҙ гастрит, язва йәки ашҡаҙан яман шеше менән сирләһә, даими рәүештә аспирин йәки башҡа стероид булмаған препараттар ҡабул итһәгеҙ, эс ауыртһа, үҙәк көйһә, кикертһә, нимә ашаһағыҙ ҙа дискомфорт тойһағыҙ, табипҡа күренергә кәрәк. Гастриттың сәбәпсеһе бактерия булғас, диагноз ҡуйыу өсөн анализдар ғына биреү ҙә етер кеүек тойола. Ҡайһы бер тестар, мәҫәлән, организмда хеликобактер пилориҙың бармы-юҡмы икәнлеген күрһәтә. Ләкин бактерияларҙың табылыуы һеҙҙә гастрит булыуҙы аңлатмай. Анализдарҙан тыш, гастроскопия ла кәрәк.
Эс ауыртыуы хеликобактер пилориға бәйле булғанда антибиотиктар менән дауалайҙар (ғәҙәттә, симптоматик препараттар менән бергә). Дошманды ваҡытында боғаҙынан алғанда, организм бирешмәйәсәк!