-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Сентябрь 2020, 16:27

Пневмония: нисек һаҡланырға?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре пневмонияны «беренсе һанлы үлтереүсе» тип атаған. Ул иң ҡурҡыныс ун үлемесле сир исемлегенә ингән.Был сир менән йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә сирләргә мөмкин. Грипп һәм киҙеү мәлендә сирләү ихтималлығы уғата көсәйә, бер нисә тапҡырға арта.

Ул ниндәй сир?

Пневмония йәки үпкәләрҙең ялҡынһыныуы – микроорганизмдар (пневмококк, гемофиль таяҡсалары, стафилококк) барлыҡҡа килтергән сир, уны йүткергәндә йәки сөскөргәндә һауа-тамаҡ юлы, шулай уҡ шайыҡ ҡалған әйберҙәр аша йоҡторорға мөмкин. Шулай уҡ тартыу, иҫерткес эсемлектәр эсеү кеүек насар ғәҙәттәр ҙә, әҙ хәрәкәтләнеү ҙә, артыҡ кәүҙә ауырлығы ла иммунитетты төшөрөп, был сиргә килтерә.


Кемдәр өсөн ҡурҡыныс?

Пневмония 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн уғата ҡурҡыныс. Сөнки улар был хәүефле сиргә ҡаршы көрәшерлек иммунитетҡа эйә түгел. 60 – 70 йәштән олораҡтар ҙа, диабет, астма, үпкәһе хроник сирле, иммунодефицит менән яфаланған, грипп, киҙеү йоҡторған кешеләр ҙә уның алдында көсһөҙ.

Әгәр һеҙҙә түбәндәге билдәләр – баш ауыртыу, мускулдарҙа ауыртыу, артыҡ ныҡ тирләү, ныҡ эҫергәнеү, ҡалтыраныу һәм өшөү, туҡтауһыҙ еүеш йүтәл, ирендәр күгәреү күҙәтелһә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм күкрәк ситлегегеҙгә рентген тикшереүе үткәрегеҙ.


Дауалау

Сирлеләр табип күҙәтеүе аҫтында стационарҙа йәки өйҙә дауалана.

Сир мәлендәге көслө йүтәл ауыҙҙың лайлалы ҡатламында бәләкәй генә ялҡынһыныу усаҡтары барлыҡҡа килтерә. Уларҙы кәметеү өсөн көслө йүтәлдән 2 аҙна үтеүгә төнгә ҡарай аш содаһы, прополис, пихта, зәйтүн, ҡарағай, бөтнөк майҙары менән ингаляция эшләгеҙ.

Йәшәгән өйөгөҙҙә йәки фатирығыҙҙа саң йыйылыуына юл ҡуймағыҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр уны еүешләп йыйыштырығыҙ, көнөнә бер нисә тапҡыр бүлмәләрегеҙҙе елләтегеҙ.

Һауа дымландырғыс һатып алығыҙ. Әгәр мөмкинлегегеҙ булмаһа, бүлмәләге һауаға пульверизатор ярҙамында һыу һиптереп дымлағыҙ.

Тышҡа сыҡҡанда юл эргәһендә йөрөмәгеҙ, мөмкинлегегеҙ булһа, ҡарағайҙар үҫкән урманға йәки паркка барығыҙ. Шулай уҡ тәмәке тартҡан кешеләрҙе урап үтегеҙ – үпкәләрегеҙ һауыҡһын өсөн таҙа һауа кәрәк.


Сирҙе булдырмау саралары

Пневмония менән яфаланмаҫ өсөн кешеләр күп булған урындарҙан, транспортта йөрөгәндә туҡтауһыҙ сөскөргән йәки йүткергән кешеләрҙән ҡасығыҙ.

Күңел асыу урындарына – кино-концерттарға, спорт ярыштарын ҡарарға бармағыҙ.


Иммунитетты күтәреү өсөн

Бының өсөн көндәлек рационығыҙға 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ, ярты башлы һуған, 1 балғалаҡ имбирь һалынған 1 стакан сәй, көнөнә 1 тапҡыр быҡтырылған кишер, 2 – 3 бүҙәнә йомортҡаһын индерегеҙ.

1 ҡалаҡ кипкән календула сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтегеҙ. Һөҙөп алғас, көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 1-әр ҡалаҡ ошо төнәтмәне эсегеҙ.

Дарыуханала эхинацея төнәтмәһен һатып алып, 15 – 25 тамсыһын бер рюмка һыуға тамыҙып, иртән һәм төшкө ашты ашар алдынан бер ай эсегеҙ.

Прополистың спиртлы төнәтмәһен алып, бер рюмка һыуға ярты балғалаҡ һалып, ашарҙан 20 минут алда көнөнә өс тапҡыр ҡулланығыҙ. Дауаланыу курсы – көҙгөһөн һәм яҙғыһын 1 – 2 ай.
Фото: Т,Аманов