+26 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Һаулыҡ һаҡлау
31 Июля 2020, 03:57
Һаулығың – үҙ ҡулыңда
45 йәште үткән кешеләргә һаулығын яҡшыртыу өсөн түбәндәге биш ысул тәҡдим ителә.
Даими һыу эсегеҙ
Организмдағы һыу күләмен оптималь кимәлдә тотоу – тән күҙәнәктәренә туҡлыҡлы матдәләрҙе алып барып еткереү һәм организмды төрлө ағыулы матдәнән таҙартыу өсөн бик мөһим. Беҙҙең организмдың яртыһынан күбеһе һыуҙан тора. Шуға күрә саҡ ҡына һыуһау ҙа арыу тойғоһо тыуҙырып, хәлһеҙлеккә килтерә. Кәрәк күләмдәге һыуҙың ярты литры ғына етмәһә лә, һиҙелерлек талсығыу тойорһоғоҙ.
Күберәк һыу эсһәгеҙ, асығыу тойғоһо ла кисермәҫһегеҙ, әҙерәк ашарһығыҙ.
Һигеҙ сәғәт йоҡлағыҙ
Был организмығыҙға энергия тупланыуға, асыҡ зиһенле булыуға, йәшерәк күренергә, иммунитетты күтәрергә, ауыртыныуҙарҙы баҫырға ярҙам итер. Туйғансы ял итмәү ҡан баҫымы күтәрелеүенә лә килтерә.
Кофеин ҡулланмағыҙ
Кофеин менән шәкәр энергияны һура. Уларҙы йыш ҡулланмағыҙ.
Ҡояшта йөрөгөҙ
Беҙҙең организм ҡояштан Д витамины ала. Ул гормональ тайпылыштар булғанда, остеопороз, диабет, юғары ҡан баҫымы менән яфаланғанда беҙгә кәрәк. Ҡышҡыһын күберәк саф һауала йөрөгөҙ.
Кальций менән һаҡ булығыҙ
Әгәр составында Д һәм К витаминдары, магний булмаһа, кальций өҫтәлмәләрен ҡулланмағыҙ.
Фото: пиксбей
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"