Стресс, нервы көсөргәнешлеге кисерһәгеҙ ҙә, күҙ тартышыуы мөмкин. Был – шулай уҡ организмға кальций, магний микроэлементтары етмәүе, баш мейеһе, нервы системаһы сирҙәре, күҙ ҡабағы хәрәкәтенә яуап биргән мускул елкенһенеүе лә билдәһе. Күҙҙәрҙең ҡоролоғо, онкология, неврология сирҙәре лә сәбәпсе булыуы бар. Шуға аныҡ диагноз ҡуйыу өсөн табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.