Организмға кальцийҙы үҙләштерергә булышлыҡ итеүсе D витаминын да даими ҡулланығыҙ. Ул балыҡта бар. Организм уны тире аша ҡояш нурҙарынан синтезлай. Битте һәм ҡулдарҙы ун минут дауамында ҡояшта тотһаң да, ошо витаминды алырға мөмкин.
Хәмер эсеүҙе сикләгеҙ. Алкоголь бауырҙа D витаминын эшкәртергә ҡамасаулай, кальций ҙа үҙләштерелмәй. Һөйәктәр тиҙ һыныусанға әйләнә, аяҡ, ҡул һындырыу ихтималлығы арта.
Ҡәһүә эсмәгеҙ. Ул организмдан кальцийҙы сығарыу үҙенсәлегенә эйә.
Күберәк хәрәкәтләнегеҙ. Һөйәк системаһына иң ҙур зыян күп ултырғандан килә. Бер нисә туҡталышты йәйәү үтегеҙ, баҫҡыстан йөрөгөҙ, аэробика менән шөғөлләнегеҙ, йөҙөгөҙ. Гантелдәр менән гимнастика яһау ҙа яҡшы.
25 йәштән һуң көнөнә 800 мг кальций кәрәк. 35 йәштән һуң был норма аҙ буласаҡ. Шуға кальций препараттарын ҡулланығыҙ.