– Коронавирус мәлендә паникаға бирелгән кешеләр үҙен дә, тирә-йүндәгеләрҙе лә тыныс йәшәтмәй. Был һынаулы осорҙа үҙеңде нисек ҡулға алырға?
– Эйе, бөгөн күптәр ҡурҡыу тойғоһо кисерә. Был тәбиғи, ни тиһәң дә, генетик хәтеребеҙҙә тетрәнеүҙәр һаҡлана. Ләкин хәүеф-хафаға бирелеүҙән бер файҙа ла юҡ. Әлбиттә, сиргә дусар булғандар, эшһеҙ ҡалыусылар, сит илдәрҙән ҡайта алмаусылар өсөн борсолабыҙ, уларҙың хәлен аңлайбыҙ. Әммә өйҙә ятып уларға нисек ярҙам итә алабыҙ? Бер нисек тә. Һәр кемгә хәҙер күңел тыныслығы хаҡында уйларға кәрәк.
Иң тәүге сиратта, үҙеңде артыҡ мәғлүмәттән аралау мөһим. Әммә быны ысынбарлыҡты кире ҡағыу һәм башты ҡомға тығыу менән бутамағыҙ. “Ошо мәғлүмәттән мин нимә алам, ул әлеге хәлдә ярҙам итәме?” – үҙегеҙгә шул һорауҙы бирергә онотмағыҙ. Чаттар аша ебәрелгән хәбәрҙәргә ваҡыт бүлеү, ентекләп күҙәтеп барыу кәйефеңде яҡшыртамы? Зыян ғына яһай түгелме? Һиҙеләлер, йөрөй биргәс, тиктомалдан асыу килә башлай, бәхәскә лә инеп китәһең... Тик ниңә психиканы ҡаҡшатырға? Был осорҙа иң беренсе урында – тыныс күңел.
Күңел торошо көйлө саҡта ғына башҡа яңы идеялар килә, ыңғай энергия була. Ә былар – беҙгә бик кәрәк әйберҙәр. Коронавирус тураһында бер рәсми сығанаҡ аша ғына белеп тороу етә. Көнөнә бер тапҡыр ҡарап сыҡһаң да, тормоштан артта ҡалмаҫһың. Шулай уҡ ошо теманы ҡуйыртырға яратыусы сәхифәләрҙән, блогерҙарҙан ваҡытлыса баш тартып тороу ҡамасауламаҫ. Уҡымау, бәхәскә инмәү, ғөмүмән, бөтөнләй ҡарамау хәйерле. Сөнки улар һинең борсолоуыңды арттыра ғына, ләкин бер нисек тә ярҙам итмәй. Артыҡ мәғлүмәткә эйә булыуҙан бер нәмә лә үҙгәрмәй бит, шулаймы?
Был хәлгә нисек йоғонто яһай алабыҙ һуң? “Әлеге мәлдә ҡулыбыҙҙан нимә килә?” – үҙебеҙгә ошо һорауҙы ла бирәйек. Ғаиләгә иғтибар бүлеү, балаларға китап уҡыу, әкиәт һөйләү, үҙ өҫтөңдә эшләү, кемделер тынысландырыу... Һанап китһәң, ҡулыбыҙҙан килмәгән эш юҡ та баһа!
Үҙизоляция шарттарында үҙеңә ярҙам итеү өсөн тағы бер мөһим нәмә – яҡынса булһа ла көн режимын тәртиптә тоторға тырышыу. Был йәһәттән ныҡ һуңға ҡалып йоҡларға ятмау, иртәгә нимә эшләйәсәгең хаҡында планлаштырып ҡуйыу ярҙам итәсәк. Мейебеҙгә алда нимә көтәсәге билдәле булһа, күпкә еңелерәк. Юҡҡа хафаланыу, күңелһеҙлектәргә, төшөнкөлөккә бирелеү сигенә. Мәҫәлән, шул китапты уҡыйым, ағайыма шылтыратам, манты бешерәм, тип еңел генә эштәргә ниәтләнегеҙ. Ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнеп ҡарау ҙа шәп. Интернетта бушлай файҙалы видеояҙмалар шул тиклем күп.
Ҡыҫҡаһы, бөгөн ҡиммәтле ваҡытыбыҙҙы һәм иғтибарҙы ҡайҙа йүнәлтәбеҙ – тулыһынса үҙебеҙҙән генә тора. Был – тик беҙҙең генә яуаплылыҡ.
– Барыбер ҡурҡыта бит әле ул. Башҡаларҙың ҡурҡыуы ла күсә...
– Бер ҡиссаны ишеткәнегеҙ барҙыр. Кешелә ике бүре йәшәй. Ҡурҡаҡ бүре һәм бәхетле бүре. Ҡайһыһы еңә тип уйлайһығыҙ? Кемеһен күберәк ашатаһың – шуныһы. Ҡурҡҡан һайын эстәге бүре һимерә һәм үҙеңде лә ашап ҡуймаҫ тимә. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә.
Йән тыныслығын юғалтып, хафаға бирелгән мәлдәрҙә ауырып китеү ихтималлығы бар. Халыҡ телендә таралғанса, күҙегеү, боҙом эләктереү ҙә мөмкин. Әммә кире энергия, кеше үҙе ышанмаһа һәм гел юғары вибрацияларҙа йөрөһә, йоҡмаясаҡ. Йәғни тулы гармонияла, шатлыҡ тойғолары ғына кисереп, һөйөү, яратыу тулҡынында тирбәлгәндәр иң юғары күңел торошонда була. Яратыуҙы бында тар мәғәнәлә аңламайбыҙ, тимәк, үҙ-үҙеңде яратыуҙан башлап бар тереклекте ихтирам итеү. Шулай уҡ тирә-йүндәгеләрҙе ҡабул итә белеү сифаты ҡиммәтле. Кешене нисек бар шулай ҡабул итәһең, уға үҙе булырға рөхсәт итәһең, ҡарарын, һайлаған юлын хөрмәт итәһең. Бер кемгә лә тәнҡит күҙлегенән ҡарамайһың һәм барыһы өсөн дә рәхмәтле була беләһең.
– Ҡытайҙа карантиндан һуң айырылышыуҙар һаны артҡан, ти. Аҙналар буйы өйҙә ултырып, бик күптәр ошо хәлгә төшкән, имеш. Коронавирус ир менән ҡатын араһына “инмәһен” өсөн ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
– Иң тәүҙә шуны аңларға кәрәк – мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуына үҙизоляция һылтау ғына булыуы ихтимал. Улар алдан уҡ бигүк яҡшынан булмағандыр, бәлки. Ир менән ҡатын мөнәсәбәтен бер-ике кәңәш менән генә яйлауы икеле. Әммә тап өйҙә ултырған саҡта аралар ҡатмарлашып китмәһен өсөн түбәндәгеләрҙе һанап сығырға мөмкин.
= Икеһенең дә яратҡан шөғөлө булһын, бында бер-береңә ҡамасау итмәү, тыймау мөһим.
= оҡшамаған күренештәрҙе телгә алғанда тик үҙ тойғоларың хаҡында белдереү ҡырҡыу мөнәсәбәттәрҙән аралар. Мәҫәлән, һинең шул һүҙең мине уйға һала, мин борсолам һ.б.
= һәр ваҡытта ла мөһим кәңәш: бер-береңде үҙгәртергә ынтылмаҫҡа. Киреһенсә, иғтибарҙы үҙеңә йүнәлтергә, үҙеңде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә кәрәк. Эргәбеҙҙәге кешеләр беҙҙең сағылышыбыҙ бит.
Ғәҙәттә, араларҙы үкенестәр, бер-береңә ҡарата үпкә һаҡлау һыуыта. Әле өйҙә саҡта бәләкәй генә күнегеү эшләп, күңелде бушатып алырға мөмкин. Барыһы ла йоҡларға ятҡас, булған үпкәңде, үкенестәреңде ҡағыҙ битен тултырып яҙып, утҡа яҡһаң, иңдән тау ишелеп төшкәндәй тойолор, күңел юшҡыны ирер. Иң аҙаҡтан, ғәфү ит, мин дә һине ғәфү итәм, тип өҫтәргә кәрәк. Был эште башҡарғандан һуң ваннала, душта йыуыныу, мунса инеү кәйефте генә күтәрер. Был практиканы бер нисә көн дауам итергә мөмкин. Ошондай еңел генә күнегеүҙе үтәп ҡарағыҙ әле.
– Балалар ҙа өйҙә, дистанцион белем алыуҙа, улар менән үҙеңде нисек тоторға?
– Әлеге лә баяғы режимды һаҡлау төп ярҙамсы булыр, балаға ла, ата-әсәгә лә еңеллек тыуҙырыр. Иртәрәк йоҡларға һалыу, спорт күнекмәләре эшләтеү зарур. Дистанцион белем алған бала янына инеп ҡамасауламау, уҡыу барышын тикшереп йөрөмәү дөрөҫ. Үҙе ярҙам һораһа ғына эргәһенә барығыҙ. Дәрестәр тамамланғас, ашап, ял итеп, бәлки, йоҡлап та алғас, өйгә эш эшләйҙәр. Был бурыс киске сәғәт алтыға тиклем атҡарылһа хәйерле. Баланы өй эштәренә лә ҡушырға кәрәк. Иҙән, һауыт-һаба йыуһын, картуф әрсеһен, ҡамыр аштары бешереүҙә ярҙам итһен. Һәр кемгә көсөнән килгәнсә эш ҡушығыҙ. Артабан берәр сәғәт телефонда ултырһа ла була.
Ғөмүмән, өйҙәгеләрҙең барыһының да көнөнә бер тапҡыр үҙе яңғыҙ ҡалып башҡарғандай шөғөлөнә ирек ҡуйырға кәрәк. Түбәгә генә ҡарап ятып торамы, сериалына текәләме, “Инстаграм” гиҙәме... Бер кем дә үҙенә ҡарата баҫым тоймаһын. Был да үҙизоляцияны еңелерәк үткәреп ебәрергә ярҙам итер.
– Алама вирусҡа бәйле низағтан үҙебеҙгә ниндәй һабаҡ алырға тейешбеҙ?
– Бөгөн бар донъя йомшаҡ ҡына тетрәнеү аша яңы кимәлгә күсә. Был, нимә генә тимә, еңел һынау. Ҡапыл һыу баҫманы, кинәт шартламаныҡ. Ошо хәл ярҙамында барыбыҙ ҙа нимәгәлер өйрәнәбеҙ. Иң тәү сиратта – тик үҙебеҙгә яуаплылыҡ алырға. Шулай уҡ бер-беребеҙҙең хәленә инергә, бер-беребеҙгә, үҙебеҙгә ышанырға, юғары Көскә яҡын булырға... Һәр кем уйлап ҡараһын әле: коронавирус нимәгә өйрәтә уны? Шулай уҡ беҙгә ҡорбанлыҡ психологияһынан сыға торған осор был. Бахырланып, үҙеңде йәлләп йәшәмәҫкә, яңы мөмкинлектәргә асыҡ булырға...
Әммә беҙ көслө халыҡ, ниндәй генә тетрәнеүҙәр кисермәнек, был һынауҙы ла үтербеҙ! Ышанайыҡ, бер-беребеҙгә яҡтылыҡ сәсергә тырышайыҡ. Барыһы ла яҡшы булыр!
– Амин, шулай булһын! Әңгәмә өсөн рәхмәт!