Һаулыҡ һаҡлау
5 Апреля 2020, 02:51

Тормошҡа ҡарашты үҙгәртмәйенсә маҡсатҡа ирешеү мөмкин түгел

“Миңә 37 йәш. Кейәүҙә ике тапҡыр булдым - айырылыштыҡ. Балаларым юҡ. Беренсе ирем менән йәшәгәндә ауырға ҡалдым, әммә бала төштө. Шунан һуң бер тапҡыр ҙа ауырға ҡалманым. Ҡайҙа ғына йөрөмәнем, кемгә генә мөрәжәғәт итмәнем – әбейҙәр, имселәр, эс һылаусылар – үҙ эштәрен тырышып эшләне. Кәрт һәм ноҡот ташлаған кешеләрем киләсәгемдә бер түгел, хатта ике бала күрә! Өфө, Магнитогорск һәм башҡа ҡалаларҙағы табиптар организмды шаҡтай һау, тип тапты! Аптырарлыҡ бит! 12 йыл әҙ ғүмер түгел, һәм тап ошо йылдарым ауырға ҡалыуға бағышланған. Ятһам да, торһам да, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә – башымда бер генә уй, бер генә хыял, бер генә теләк – бала бирсе, Аллам! Күптән спиртлы эсемлектәр эсмәйем, эшем, фатирым, машинам – бөтә нәмәм бар, тик... Үҙемдең һаулығымды ныҡ ҡайғыртам – фитнес, витаминдар, дөрөҫ туҡланыу – бөтәһе лә бала өсөн! Әгәр ҙә ауырға ҡалһам, һаулыҡ яғынан бер ниндәй ҙә проблема булмаһын, тип тырышам. Ике йыл бөтөнләй яңғыҙмын, ирҙәр менән тик ауырға ҡалыр өсөн генә осрашҡым килә – кейәүгә сығыу, ир менән йәшәү уйымда ла юҡ. Айырылшҡан ирҙәремдең икенсе ғаиләләре бар, һәр береһенең балалары үҫә, бына шуларға үҙемдең дә бала табып, яңғыҙ ҙа үҫтерә алыуымды иҫбатларға теләйем! ЭКО-ға бер тапҡыр барҙым. Хәҙер тағы ла йыйынам. Сит балаларҙы алыу тураһында уйламайым, сөнки ярата алмаҫымды беләм. Миңә үҙемдеке кәрәк! Ваҡытым да үтеп бара, нисегерәк өлгөрөргә? Нисек ауырға ҡалырға? Тағы нимәләр эшләргә? Кемгә барырға? Әсәй, тип йүгереп йөрөгән балам ҡасан булыр минең? Рәзилә”.

Элегерәк, хатта минең бала сағымда, ауырға ҡалыуҙың бер генә ысулы бар ине: ул да булһа – яныңда һау ир-егеттең булыуы. Технология­ларҙың үҫеше ҡатын-ҡыҙ янынан ирҙәрҙе ситләштерә, быны таныу яҙыҡ булмаҫ. Ситуацияны анализлайыҡ: хаттан күреүегеҙсә, Рәзиләнең тормошо яйға һалынған. Эшенән, тормошонан йәм, тәм табып йәшәр өсөн уға бер генә нәмә етмәй! Һәм тап ошо фикс-идея уны тыныслыҡтан яҙҙыра. Сөнки был ҡатынға хәҙер 37 йәш, ә ул үҙенең шәхсән планына ярашлы 40-ҡа тиклем бала табырға тейеш! Ул “тейеш”те ҡайҙан алғандыр, ҡайһы ҡанунда был турала яҙылғандыр – әйтә алмайым. Ошо турала һорағайным, Рәзилә миңә табиптарҙың, әхирәттәренең, дуҫтарының, әсәһенең ҡабаландырыуын һанап бирҙе. Бөтәһе лә бер төптән, һиңә тиҙҙән 40 тула, тип ҡабатлай икән. Тағы ла әсәй булырға көслө этәргес – ике элекке иренең башҡа ҡатындар менән бала үҫтереүе! Бер нисә тапҡыр аралашҡандан һуң, Рәзилә, ә һиндә көнләшеү тойғоһо ҡасандан барлыҡҡа килде (бөтә проблема бала саҡтан килә, шикһеҙ), тигән һорауым йәш ҡатынды шаңҡытты ла ҡуйҙы. Көнләшмәйем, башҡаларҙа эшем юҡ, минең әсәй генә булғым килә, тигән яуаптар алдым унан тәүҙә. Ә үҙеңде башҡалар менән сағыштырыу, улар һымаҡ булырға тырышыу, һине уйлап та бирмәгән кешеләрҙең тормошона ни өсөндөр “күҙ һалыу” һәм уларға үҙ кимәлеңдән сығып билдә ҡуйыу нисек атала һуң? Ҡатын үҙенең ысын теләктәре тураһында уйлағаны булдымы икән беҙҙең осрашыуға тиклем? Тап ошо турала әңгәмә ҡорҙоҡ. Эйе, һәр ҡатын-ҡыҙ әсәй була алмай – быны ҡабул итеүе ауыр, әммә тура киләсәк. Һәм бында кемделер ғәйепләү, үҙеңде битәрләү, ҡәһәтләнеп маҡсатҡа ынтылыу – буштан тиккә энергияңды сарыф итеү. Әсәй булыу тигән бәйләнсек уй уның тулы ҡанлы тормошона ҡамасаулай. Сөнки был теләк йә­шәйеш биргән башҡа ниғмәттәренә күҙҙәрен томалаған! Их, булғанына рәхмәтле булып, шө­көр итеп һәм, иң мөһиме, тынысланып йәшәргә ине лә бит... Невротик ҡатындарҙың балаһы булмауы, бәлки, дөрөҫтөр? Үҙен башҡаларҙан кәм тойған, көнләшеүҙән ауырыуға һабышып барған әсә балаһына ни бирә ала? Ни генә тиһәләр ҙә, бөтә күңел белгесе, шулай уҡ мин дә бер һүҙлебеҙ – бәхетле әсәнең балаһы ла бәхетле буласаҡ.

Рәзиләгә үҙенең бәйләнсек уйынан ҡотолоу өсөн тырышырға кәрәк. Ә бының өсөн йәшәйеште дошман итеп ҡабул итмәү мөһим, сөнки кәртәләр беҙгә аҡыл, тәжрибә туплар өсөн бирелә. Күңелеңдең “ҡара яҡтар”ын таныу, барлау, уларҙан ҡотолоу еңел булмаҫ, әммә булдырырлыҡ эш. “Тормошоңдо үҙгәртә алмайһың икән, уға ҡарашыңды үҙгәрт” – мин уйлап сығарған тәғлимәт түгел. Әммә ошо хәлгә был әйтем ныҡ тап килә, ни әйтерһегеҙ?


Фото: Т.Аманов


Читайте нас