Ошондай йөкмәткеле хат килеп төштө. Был темаға былтыр яҙып сыҡҡайным инде. Шулай ҙа хыянат темаһы актуаллеген юғалтмай, килешәһегеҙме? Һәм бер ҡасан да юғалтмаясаҡ. Быныһын инде белгес булараҡ әйтә алам. Әлфинәнең хатында, үҙегеҙ иғтибар иткәнһегеҙҙер, бер нисә тапҡыр “арыным” тиелә. Оҙайлы ваҡыт көсөргәнешле күңел кисерештәре, үпкә, асыу кисергән кешеләргә ошолай “хәл бөтөү”, йәғни эмоциональ яныу (выгорание) хас. Һәм тағы ла “ҡорбанға” әһәмиәтле кешеһе яғынан психологик баҫым яһала икән (исем тағыу, кәмһетеү, эштәрен, кейемен, кәүҙә-йөҙөн тиҫкәре баһалау), бындай ғаилә мөнәсәбәттәренең ни менән бөтөрөн күҙаллауы ла ҡыйын. Шулай ҙа, тәжрибәмдән сығып, был хәлгә анализ яһай алам. Ысынбарлыҡта иһә был хәлдә тик ике генә юл бар: