1. Минең өсөн тормошта иң мөһиме – ...
2. Минең өсөн иң әһәмиәтле кешеләр – ...
3. Мин борсолоуҙарым – ...
4. Мине тынысландырыусы – ...
5. Минең өсөн “уңыш”(успех) һүҙ ул – ...
6. Башҡалар минең турала ошолай уйлаһын ине – ...
7. Мине күңелһеҙләндергәне – ...
8. Мине ҡыуандырғаны – ...
9. Мине асыуландырғаны – ...
10. Мин үҙемде ошолай баһалайым – ...
11. Мин ғүмерҙе ҡәҙерләйем, сөнки – ...
12. Мин ниҙән ҡурҡам – ...
13. Ниҙән мин оялам – ...
14. Мин нимәне яҡшы эшләйем – ...
Ошо һорауҙарға яҙған яуаптарығыҙҙы иғтибар менән уҡығыҙ һәм бер нәмәне лә төҙәтергә ашыҡмағыҙ. Башығыҙға килгән тәүге фекерҙәр – бөгөнгө көндә һеҙҙең өсөн иң дөрөҫө, иң ҡулайлыһы икәнен онотмағыҙ. Әгәр ҙә яуаптарығыҙ ғәҙел икән, уларҙы анализларға мөмкин. Күп ваҡытта ошолай ябай ғына һынамыш тормошҡа ҡарашты үҙгәртергә, өҫтөнлөктәрҙе яңынан билдәләргә, йәшәйешегеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итә.
Үҙегеҙгә нимә оҡшай, нимә һеҙҙең күңелегеҙҙе күтәрә – шул шөғөлгә ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Кәйефегеҙҙе төшөргән, аҙаҡтан бит ҡыҙартырлыҡ хәлдәрҙән алыҫ булырға тырышығыҙ.
Һәм, әлбиттә, дуҫтарым, ниҙер аңлашылмай ҡалһа, “Бәйләнештә” селтәрендәге битем асыҡ. Рәхим итегеҙ.