+26 °С
Ясно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Һаулыҡ һаҡлау
5 Ноября 2019, 02:25
Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш (11.10.2019)
Быуындар һыҙлауынанБыяла шешәгә бер ҡуҙаҡ әсе ҡыҙыл борос һалырға һәм өҫтөнә 3/4 стакан нишатыр спирты ҡойорға. Ҡапҡасын ныҡ итеп ябып, ҡараңғы урында ике аҙна төнәтергә. Көн һайын бутап торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас, ауыртҡан урындарҙы ыуырға мөмкин.
Күрем ауырттырып килгәндә
Бер ҡалаҡ ваҡланған петрушкаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә. Һуңынан һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм сәй урынына эсергә.
Ревматизмдан, артриттан, подагранан, радикулиттан
Гәрсис онтағына 70 процентлы спирт ҡойоп, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә һәм ауыртҡан урынды ыуырға. Шулай уҡ бер үк күләмдә гәрсис онтағы, он һәм һыу алып, ҡамыр баҫырға мөмкин. Шунан йәймә йәйеп, горчичник урынына ҡулланырға.
Теш һыҙлағанда
Бер үк күләмдә һарымһаҡ, һуған һәм тоҙ алырға. Һарымһаҡ менән һуғанды иҙеп, тоҙ ҡушып, бутҡа әҙерләргә. Уны тештең төбөнә һалырға һәм мамыҡ менән ҡапларға.
Юғары ҡан баҫымын төшөрөү өсөн
✔ Биш ҡалаҡ ҡарағай ылыҫына ике ҡалаҡ гөлйемеш емеше һәм ике ҡалаҡ һуған ҡабығы ҡушып, бер литр һалҡын һыу ҡойорға һәм ҡайнатып сығарып, талғын утта 10 минут тоторға. Тонғас, һөҙөп, бер аҙ һыу ҡушырға мөмкин. Ошо төнәтмәне ике көндә эсеп бөтөргә. Дауаланыу курсы – дүрт ай. Биш көндән һуң баш ауыртыуы баҫылыр, ә бер айҙан табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙан баш тартырға була. Өҫтәүенә, был төнәтмә эсәктәрҙе һәм бауырҙы таҙартырға ярҙам итә.
✔ 100 г һарымһаҡты ит үткәргес аша үткәреп, һоро төҫтәге шешәгә һалырға һәм өҫтөнә 100 г араҡы ҡойоп, ҡараңғы урында 10 көн төнәтергә. Һөҙөп, дарыухананан алынған прополис төнәтмәһен һәм бал ҡушып бутарға. Бәлзәмде һыуытҡыста һаҡларға. Ас ҡарынға көнөнә ике-өс тапҡыр 50 г һөткә йә кефирға ҡушып, берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
✔ Биш өлөш энәлек (боярышник) сәскәһе һәм емешенә 4 өлөш бәпембә тамыры, ҡандала үләне сәскәһе (донник), өс өлөш арыҫлан ҡойроғо (пустырник) ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, ике-өс көндә эсеп бөтөргә. Ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә ҡушыла. Дауаланыу курсы – бер ай. Бер аҙна ял итеп алғас, дауаланыу курсын тағы ҡабатларға мөмкин.
Был дауалау ысулдары ҡан тамырҙарын таҙартырға, ҡан баҫымын, холестерин кимәлен төшөрөргә, стенокардияны дауаларға, инфаркт һәм инсультты иҫкәртергә булышлыҡ итә.
Быуындар һыҙлауынан
Фикус гөлөнөң ике япрағын ваҡ итеп турап, ярты литр нишатыр спиртына һалырға һәм ҡапҡасын ныҡ итеп ябырға. Бер аҙна ҡараңғы урында тотҡандан һуң һыҙлаған быуындарға һөртөргә мөмкин.
Йүтәлдән
Бер стакан ҡайнар һөткә бер балғалаҡ аҡ май, бер балғалаҡ какао, бер йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ҡулланыу ҙа етә. Өҫтәүенә, ул мейе өсөн дә бик яҡшы.
Диабеттан һәм холестериндан
Ҡабаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре күп. Шул иҫәптән ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен төшөрә. 100 г ҡабығынан таҙартылған ҡабаҡты ҙур булмаған киҫәктәргә турап, блендерға һалырға һәм ярты стакан таҙа һыу ҡойоп, иҙергә. Эсемлекте көн һайын ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға 250 г эсергә. Бер айҙан һөҙөмтәһен үҙегеҙ күрерһегеҙ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"