Һаулыҡ һаҡлау
29 Октября 2019, 10:34

Алтын ҡуллы Вәсилә

«Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» дәүләт программаларында ҡатнашыусыларҙың исемлеге арта. Белгестәрҙе ауылдарға йәлеп иткән программала ҡатнашыусыларҙы алыҫтан эҙләргә тура килмәне.

Ишембай үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәренә таянып, быйыл бындай түләүҙәргә Урман-Бишҡаҙаҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Дарья Ибәтуллина һәм Аҙнай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Вәсилә Миңлеғолова дәғүә итеүен әйтә алабыҙ. Белгестәр 500 мең һум аҡса аласаҡ.
Форсаттан файҙаланып, ауыл ерендә эшләүҙе һайлаған Вәсилә Миңлеғолова менән яҡындан танышыу маҡсатында Аҙнайға юлландыҡ.
Быйыл йәй дәртләнеп эш башлаған фельдшер күрше Хажы ауылынан йөрөп эшләй. Ауылдар араһы алыҫ булмаһа ла, йәйәүләп арыу ғына атларға кәрәк. Фельдшер пункты асылыу ваҡытына оло йәштәгеләр йыйылып та өлгөргәйне.
Орден-миҙалдарын таҡҡан ағай янына барып баҫтым. Тоцкиҙа ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашҡан 88 йәшлек ветеран Зиннур Суфиян улы Ғәлин булып сыҡты.
– Күптән үҙебеҙҙең фельдшер булғаны юҡ ине. Берәй хәл була ҡалһа, Этҡолға барырға кәрәк. Ярай әле Вәсилә Ишғәле ҡыҙы килде. Ҡулдары алтын, мөләйем, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған ҡыҙҙы ауыл халҡы ярата. Аяҡтарым һыҙлап тора ине, уның уколдары килеште, бына йүге­реп тигәндәй килеп еттем әле, – тине абруйлы аҡһаҡал.
Вәсилә Миңлеғолова, Салауат медицина колледжын тамамлағас, Ишембай психоневрология интернатында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Унда байтаҡ ҡына эшләгәндән һуң хеҙмәт юлын Сорғотта ябыҡ типтағы махсус мәктәптә фельдшер булып дауам итә. Тыуған яҡ ҡыҙҙы барыбер үҙенә тарта. Тәүәккәл аҙым яһап, быйыл йәй Ишембай үҙәк район дауаханаһы йүнәлтмәһе буйынса Аҙнай фельдшер-акушерлыҡ пунктына урынлаша. Ире менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә.
Әйтергә кәрәк, Аҙнай фельдшер-акушерлыҡ пунктының эше дүрт-биш йыл элек туҡталып ҡала. Ауыл халҡын Этҡол фельдшерҙары хеҙмәтләндергән. Шуға ла яңы фельдшер ҡайтыуы ауыл кешеләре өсөн көтөп алған ваҡиға була. Эшләү өсөн шарттар ҙа яҡшырған – быйыл сентябрҙә йылылыҡ системаһы яңыртылған.
– Аҙнай, Хажы ауылдарының ихлас халҡы миңә бик оҡшай. Уларҙы баш­ҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Эсеп, боларып йөрөгән кешеләр юҡ тиерлек, барыһы ла егәрлеләр. Минең участкаға ике ауыл кешеләре ҡарай. Берәүҙәр укол яһатырға килә, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтеп, теге йәки был дарыу буйынса кәңәшләшә. Киҙеүгә ҡаршы вакциналау ваҡытында әбей-бабайҙар сират тороп прививка яһатты, – ти Вәсилә Миңлеғолова.
Ауылға ҡайтып эш башлауына ул һис тә үкенмәй. Етмәһә, илебеҙҙә “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла, тәжрибәле белгес бында ла үҙен һынап ҡараған. Был аҡса ғаиләгә ҙур ярҙам буласаҡ. Гиппократ антын биргән, тыуған яғына тоғро булып, ауыл халҡының һаулығы һағында торорға тәүәккәлләгән Вәсилә Ишғәле ҡыҙының был аҙымы хуплауға лайыҡ.
Читайте нас