Һаулыҡ һаҡлау
24 Октября 2018, 06:00

Эсте таҙартыу өсөн

Был эсемлек бер нисә аҙнала артыҡ килограмдарҙан, майҙан һәм токсиндарҙан арынырға ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн 150 г “Холосас”(дарыуханала була), 25 г сенна япрағы, 2 ҡалаҡ йөҙөм кәрәк. “Холосас” үтте ҡыуа, сенна эсте йомшарта, йөҙөм калийға бай булыу сәбәпле, юғалтҡан шифалы матдәләрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Йөҙөмдө иҙеп, сенна япрағы ҡушырға һәм өҫтөнә 1,5 л һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп алып, “Холосас” ҡушып бутарға. Тәмле генә эсемлек килеп сыға. Уны бер аҙна һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. 6 көн буйы йоҡлар алдынан 1/4 стакан эсергә. Иртән торғас, эсәктәрегеҙ тулыһынса таҙарыр. Әммә был осорҙа майлы аштан баш тартырға тура килер.

Эсте таҙартыу өсөнЭсте таҙартыу өсөн
Эсте таҙартыу өсөн

Был эсемлек бер нисә аҙнала артыҡ килограмдарҙан, майҙан һәм токсиндарҙан арынырға ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн 150 г “Холосас”(дарыуханала була), 25 г сенна япрағы, 2 ҡалаҡ йөҙөм кәрәк. “Холосас” үтте ҡыуа, сенна эсте йомшарта, йөҙөм калийға бай булыу сәбәпле, юғалтҡан шифалы матдәләрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Йөҙөмдө иҙеп, сенна япрағы ҡушырға һәм өҫтөнә 1,5 л һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп алып, “Холосас” ҡушып бутарға. Тәмле генә эсемлек килеп сыға. Уны бер аҙна һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. 6 көн буйы йоҡлар алдынан 1/4 стакан эсергә. Иртән торғас, эсәктәрегеҙ тулыһынса таҙарыр. Әммә был осорҙа майлы аштан баш тартырға тура килер.
Читайте нас