Күҙҙәрҙән нур һибелһен
Күҙҙәр − күңел көҙгөһө, тиҙәр халыҡта. Ғалимдар билдәләүенсә, күңел көҙгөһө булыу менән бер рәттән, баш мейеһенең дауамы ла. Сөнки кеше мәғлүмәттең 90 процентын нәҡ күҙҙәр аша ҡабул итә. Шуға ла уларҙы һаҡлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә, статистика дәлилләүенсә, һуңғы осорҙа өлкәндәрҙең генә түгел, хатта йәштәрҙең дә күреү һәләте насарайыуы күҙәтелә. Күҙҙәрҙе дауалау бары тик табиптар ярҙамында ғына мөмкин булыуын да әйтәйек. Дауалау, кәрәк осраҡта операция яһау − ныҡлы белемле, заманса һөнәри әҙерлекле, тәжрибәле табиптар ғына башҡара ала торған бурыс. «РИА − Медоптик» офтальмология үҙәге белгестәре нәҡ шундай сифаттарға эйә. Медицинаның заманса ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп эшләүсе үҙәк ошо көндәрҙә үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй.