Тиҙҙән баш ҡалала онкология дауаханаһының бәләкәй пациенттары өсөн ҡан биреү ойошторола. Был сара 27 октябргә билдәләнгән.
Ошо көндө Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһының Өфөләге вәкиллеге, ауыр сирле балаларға ярҙам буйынса “Потерь нет” хәйриә фонды сираттағы “Автомотодонор” акцияһын уҙғара.
Әлеге акцияла ҡатнашырға теләүселәргә Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлегендә ятыусы балалар өсөн тромбоциттарға донор булырға тәҡдим ителәсәк.
Автомобилселәр иртәнге сәғәт туғыҙынсы яртыла Черниковкала Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт һарайы алдына йыйыла. Машиналар колоннаһы ҡала урамдары буйлап Республика ҡан биреү станцияһына (Батыр урамы, 41/1) тиклем барасаҡ.