1 июндән Рәсәйҙә составында аҙ миҡдарҙа кодеин булған препараттарҙы рецепт буйынса һатыу практикаһы индерелде. Исемлеккә «Пенталгин», «Солпадеин», «Нурофен», «Седалгин», «Коделак» һәм башҡа киң рекламаланған ауыртыуҙы баҫыусы һәм йүтәлләгәндә ҡулланылған препараттар инә.
Яңылыҡ башланғысында Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәте тора. Ул 90-сы йылдарҙа ирекле сауҙаға сығарылған кодеинлы препараттарҙан яһалыусы арзан һәм үтә ағыулы наркотик – «дезоморфин» ҡулланыуҙың сиктән тыш артыуын туҡтатырға тырыша. Эксперименттар ярҙамында наркомандар кодеиндың ҙур дозала наркотик кеүек тәьҫир итеүен асыҡлаған.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан әйтеүҙәренсә, үрҙә күрһәтелгән дарыуҙар 90-сы йылдарға тиклем рецепт буйынса бирелгән, тимәк, барыһы ла яңынан элекке хәленә ҡайтасаҡ. Дауалау учреждениелары яңы ҡағиҙәләргә әҙер һәм бланкылар менән тәьмин ителгән. Дарыуҙарҙы рецепт буйынса һатыу практикаһы алдараҡ индерелгән Рәсәй субъекттарында бындай дарыуҙар менән сауҙа итеү 30 тапҡырға кәмегән. Әммә наркомандарҙың икенсе алымдар уйлап табыу хәүефе лә бар.
А. ЗИННУРОВА.