Эҫе көндә тирләгән килеш һалҡын һыу эсеп йыш сирләйбеҙ. Йәйгеһен тымаулау, йүткереү, температура күтәрелеү икеләтә ҡыйын. Үҙем күптән яҡшы бер ысулды ҡулланам. Ул гәзит уҡыусыларға ярҙам итер, тип ышанам.
Сөгөлдөрҙө оҙаҡ итеп бешерергә кәрәк. Ул бешкән һыуҙы һыуытып, шуның менән тамаҡты сайҡатырға. Көнөнә ете тапҡыр ҡабатларға. Шулай уҡ бесәй тырнағы гөлөнөң орлоғон ҡайнар һыуҙа төнәтеп, тамаҡты сайҡарға була. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ. Йәйҙе һау-сәләмәт үткәреүегеҙҙе теләйем.
Г. АЗАМАТОВА.
Салауат ҡалаһы.