Алдағы махсус сығарылышта психотерапевт Валерий Синельниковтың тәғлимәте хаҡында яҙғайныҡ. Ул хис-тойғолар хәл-торошобоҙға йоғонто яһап, ниндәй сирҙәр булдырыуын өйрәнгән. Теманы дауам итәбеҙ.
Баш ауыртыуы
Баш фекерләү, уйлау процесы өсөн яуап бирә. Уның ауыртыуы – организмдың үҙебеҙгә иғтибар йәлеп иттерергә тырышыуы ул. Мәҫәлән, эшегеҙ бик күп икән, арыһағыҙ ҙа, уны аҙаҡҡа тиклем эшләмәксеһегеҙ. Әммә ҡапыл башығыҙ ауырта башлай. Был – һеҙгә хәҙер үк ял кәрәклеге хаҡында сигнал. Шул рәүешле организм үҙен һаҡлай.
Ике йөҙлөлөк тә баш ауыртыуына илтә. Мәҫәлән, күңелегеҙ ятмаған кешегә йыш ҡына йылмайырға, уның менән аралашырға тура килһә, башығыҙ ауырта башлаясаҡ. Сөнки мейегеҙҙең бер ярымшарына ошо кешегә ҡарата булған насар тойғолар йоғонто яһай, икенсеһенә − әлеге ҡыланышығыҙ. Уй-образдар һәм тойғоларҙың тура килмәүе ауыртыу тыуҙыра.
Проблеманан ҡотолоуҙың ике юлы бар. Тәүгеһе – был кеше менән бер ҡасан да аралашмау, икенсеһе – ни өсөн уны яратмағанығыҙҙы аңлап, уны эстән генә ғәфү итегеҙ.
Үҙ-үҙеңде тейешенсә баһаламау, тәнҡитләү, ҡурҡыу, кемгәлер ышанмау ҙа баш ауыртыуына илтә. Үҙегеҙҙе нисек бар, шулай яратырға өйрәнегеҙ. Кешеләрҙә тик яҡшы сифаттарҙы күрергә тырышығыҙ. Юҡтан ғына насар, күңелһеҙ мәлдәрҙе хәтергә төшөрмәгеҙ.
ҡайһы саҡ ниндәйҙер эштән ҡасыу теләге, ялҡауланыу ҙа үҙенән-үҙе баш ауыртыуы тыуҙыра.
Ғөмүмән, башығыҙ ауырта башлаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ. Ул ни бары ваҡытлыса еңеллек килтерә. Проблема тәрәндә − уйҙарығыҙҙа һәм тойғоларығыҙҙа йәшенгән.
Амнезия, насар хәтер
Уның төп сәбәбе – ҡурҡыу. Тормошоғоҙҙа булған кире күренеште оноторға теләү шуға илтә. Был − организмдың үҙ-үҙен һаҡлау механизмы. Ул хәтерҙән физик ауыртыуҙы йәки рухи яраны алып ташларға тырыша.
Мейеләге шеш
Кешеләргә үҙенең ҡарашын, фекерен тағырға теләүселәр ошо сиргә дусар була. Улар тиҫкәре, башҡаларҙың һүҙен ишетергә лә теләмәй, башҡа фекерҙәрҙе ҡабул итмәй. Был уның күңелендә кешеләргә һәм тирә-яҡ донъяға агрессия тыуҙыра. Көсөргәнештән мейе, әйтерһең дә, ҡабара башлай. Һөҙөмтәлә унда шеш барлыҡҡа килә.
Невралгия
Элекке хаталар өсөн ғәйеп тойғоһо кисереүселәр бындай сиргә юлыға. Үҙ-үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Мәктәп уҡыусыһы, насар баһаһын яҡшыға төҙәткәс, йылдар буйы ҡасандыр эләктергән “икеле” өсөн ғазапланмай бит. Кешегә иғтибар, наҙ етмәһә лә, невралгия башланыуы ихтимал.
Полиомиелит
Был ауырыуға кемделер йәки нимәнелер туҡтатыу теләге, проблема алдындағы көсһөҙлөк, үҙеңде башҡаларҙан йәлләттерергә теләү алып килә.
Фалиж
Сирҙең төп сәбәбе – кемделер күрә алмау йәки көнләшеү. Тормош ағышын үҙгәртә алмау тойғоһо, яҙмышҡа асыу кешене хәрәкәтһеҙ ҡалдыра. Улар иҫкесә ҡараш менән йәшәй, бер ниндәй яңылыҡты, үҙгәреште ҡабул итмәй.
Баш әйләнеү
Бының сәбәбе – һәр саҡ бер-береһенә бәйле булмаған төрлө уйҙар диңгеҙен гиҙеүҙә. Иғтибарығыҙҙы бер нәмәгә генә йүнәлтә белмәйһегеҙ, бер үк ваҡытта бик күп нәмә хаҡында уйлайһығыҙ. Шуға ла алдығыҙҙа торған мәсьәләләрҙе хәл итә алмайһығыҙ. Тормошта аныҡ маҡсаттарығыҙ ҙа юҡ. Иң алда үҙегеҙ өсөн ҡаты дисциплина булдырығыҙ, эштәрегеҙҙе эҙмә-эҙлекле башҡарығыҙ. Был һеҙгә ышаныс өҫтәр, ерҙә ныҡлы баҫып торорға ярҙам итер.