Көйөргәҙе районының Мораптал ауылындағы бынан бер йыл элек кенә асылған «Йылмайыу» стоматология клиникаһынан иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Морапталдан ғына түгел, эргә-тирә ауылдарҙан да, хатта күрше Ырымбур өлкәһе ауылдарынан да киләләр бында.
– Беҙ гел ошонда йөрөргә тырышабыҙ. Күпме түләргә лә ризабыҙ. Сөнки иң мөһиме – сифатлы итеп эшләһендәр генә. Бында беҙгә оҡшай, яңы материалдар ҡулланып, матур итеп дауалайҙар, пломбалары ла оҙаҡ тора. Табиптан да, уның эшенән дә бик ҡәнәғәтбеҙ. Бөгөн улымды ла алып килдем әле, – тип яңы клиниканы һәм уның етәкселеген маҡтарға ла өлгөрҙө Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылынан килгән Гөләйшә Әлибаева.
– Бында дауаланырға теләүселәр һәр саҡ күп. Шуға күрә алдан яҙылабыҙ. Кеше юҡҡа ғына тап ошо клиниканы һайламай. Бында шарттар ғына түгел, кешеләргә мөнәсәбәт тә һәйбәт. Табип дауалаған ваҡытта ауыртыуҙы оноттороу өсөн төрлө хәбәрҙәр һөйләп, һине йыуатырға тырыша, – тип уға ҡушыла икенсе ханым.
Поликлиниканың хужабикәһе Флорида Ғәлимова Стәрлетамаҡта медицина колледжының стоматология бүлеген тамамлағас, үҙенең тыуған ауылындағы участка дауаханаһына эшкә ҡайта. Әммә эш урыны ваҡытлыса ғына булғанлыҡтан, бер аҙҙан эшһеҙ тороп ҡала. Ауылда бер генә дауахана, артабан нимә эшләргә, ҡайҙан эш табырға? Ошо һорауҙар тынғылыҡ бирмәгән ваҡытта йәш белгес үҙенең эшен асырға ҡарар итә лә инде.
Эш юҡлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан күптәр үҙҙәренең эшен асыу тураһында хыяллана, әммә бик һирәктәр генә уға тотонорға баҙнат итә һәм ниәтен аҙаҡҡаса алып барып сығара ала. Был йәһәттән Флоридаға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмаған, йүнен тапҡан. Ауыл ситендә генә урынлашҡан ҡупшы ҡыҙыл кирбес йорт әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Ауыл халҡына ла ҡулай, алыҫҡа йөрөргә түгел, теш табибы эргәлә генә, өҫтәүенә хаҡтар ҙа ҡаланыҡынан ике тапҡырға арзан. Ә теш табибы гел дә кәрәк. Үҙ ғүмеребеҙҙә нисә тапҡыр уларға мөрәжәғәт итәбеҙ икән?!
– Әлбиттә, эш асыу тип әйтеүе генә анһат, бик күп ауырлыҡ аша үтергә тура килде. Әммә тырышһаң, барыһын да еңеп сығырға була. Иң беренсе сиратта клиника асыу өсөн бина мәсьәләһен хәл итергә кәрәк ине. Иптәшемә көс төштө инде. Ошо йортто төҙөү өсөн өс йыл әҙерләндек. Күп итеп мал үрсетеп тапшыра инек. Кредит та алырға тура килде, туғандарыбыҙҙан бурысҡа аҡса алдыҡ. Әле, Аллаға шөкөр, барыһы ла артта ҡалды, яйлап эшебеҙ көйләнеп бара. Һалымды ла ваҡытында түләйбеҙ, әкренләп бурыстарҙан да ҡотолабыҙ. Иң мөһиме – эшем бар, кешеләр килә, бер ҙә генә буш ултырғаным юҡ. Бер яҡтан, үҙемә-үҙем хужа булһам, икенсенән, яуаплылыҡ та көслө. Тик яҡшы ҡорамалдар һәм материалдар менән генә эшләргә тырышам. Яратҡан эшең булыу – бәхет, тиҙәр бит. Эшемде яратҡас, ҡыуанып киләм, көнө буйы эшләһәм дә арығанымды ла тоймайым, – тип үҙ фекере менән уртаҡлаша Флорида.
– Үҙеңдең тырышлығың булһа, барыһын да алып барып сығарып була. Булмай, тип ятырға ярамай, хәҙерге заманда эшләйем тигән кешегә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, – тип үҙ эшен асырға теләүселәргә теләктәрен дә еткерә.
Эйе, Флориданың һәм уның тормош иптәше Уралдың уңғанлығына һоҡланырлыҡ. Эштә лә өлгөрәләр, бынамын итеп йорт һалып сыҡҡандар, мал да аҫрайҙар, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Киләсәктә берәй теш ҡуйыусы белгес эшкә ҡайтһа, клиниканың эшен тағы ла йәнләндереп ебәреү тураһында хыяллана йәш табип.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Көйөргәҙе районы.