Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Февраль 2012, 12:55

Ҙур форум алдынан

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре съезы үткәреү тураһында тәҡдим индерелгән. Ошоға бәйле Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы медицинаһы – 2012” тигән Һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһын уҙғарыу көнө билдәләнгән. Сара 24 февралдә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда үтә. Бында “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау индустрияһы. Киләсәккә ҡараш” исеме аҫтында күргәҙмә лә ойошторола.

Әйткәндәй, ассамблеяны ойоштороусы БР Медицина лигаһы һаулыҡ һаҡлау тармағындағы системалы бурыстарҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеүсе ижтимағи-сәйәси берлек булараҡ барлыҡҡа килгән. Ул үҙ маҡсатына төбәк, ил, халыҡ-ара кимәлдәге саралар – съездар, форум-конференциялар, конгрестар аша ирешмәксе.
Читайте нас: