Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Ғинуар 2012, 17:08

Тиҙҙән баш ҡалабыҙ нанокосметика етештереү үҙәгенә әйләнәсәк

Һүҙ ҙә юҡ, беҙ – донъя­ның иң матур ҡыҙҙары. «Беҙ» тигәндә Рәсәй һылыуҙарын күҙ уңында тотам. Илебеҙҙә матурлыҡты күрә лә беләләр, һаҡларға ла тырышалар. Ә илебеҙҙең матурлыҡ, сәләмәтлек һәм йәшлек үҙәге итеп Башҡортостанды билдәләргә йыйыналар. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, косметология өлкәһендәге иң һуңғы асыштарҙы ҡулланып, йәшәртеү сараларын әҙерләү йүнәлешен асыу мөмкинлеге бар.

Һүҙ ҙә юҡ, беҙ – донъя­ның иң матур ҡыҙҙары. «Беҙ» тигәндә Рәсәй һылыуҙарын күҙ уңында тотам. Илебеҙҙә матурлыҡты күрә лә беләләр, һаҡларға ла тырышалар. Ә илебеҙҙең матурлыҡ, сәләмәтлек һәм йәшлек үҙәге итеп Башҡортостанды билдәләргә йыйыналар. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, косметология өлкәһендәге иң һуңғы асыштарҙы ҡулланып, йәшәртеү сараларын әҙерләү йүнәлешен асыу мөмкинлеге бар.
Косметика тураһында һөйләгән ваҡытта «инновация», «нанотехнология» кеүек һүҙ­ҙәр тәүҙә нисектер ҡолаҡҡа ятмағандай тойола. Ә Баш­ҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында үткән презентацияла тап ошо һүҙҙәр йыш яңғыраны. Эш шунда: унда өр-яңы асыштар­ҙы ғына ҡулланып етештерелгән косметика өлгөләре менән таныштырҙылар. Әле проект булараҡ күрһәтелгән был продукцияны етештереүселәр ара­һында Рәсәй Фән­дәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ғалимдары ла бар. Ғалимдар әлеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы кәрәклеген билдәләп сығыш яһаны. Республика власть органдары, фән, эшлекле һәм медицина даирәләре вәкилдәре, журналистар ҡатнашлығында үткән «түңәрәк өҫтәл»-презентацияла косметика етештереү өлкәһендәге проблемалар хаҡында һөйләшеү булды.
− Бөгөн Рәсәйҙә косметика етештереүсе эре, данлыҡлы ойошмалар ҡалманы тип әйтергә була. Башҡортос­танда косметика производствоһын асып, үҙебеҙҙә лә яҡшы тауар етештереп булғанлығын күрһәтергә те­ләйбеҙ. Перспективала ха­лыҡ-ара кимәлгә лә сығырға ине, − тине нанокосметика етештереү компанияһы башлығы, биология фәндәре докторы Александр Зимницкий.
Ғалимдар һәм башҡа белгестәр етештергән яңы косметика менән беҙҙең республикала ныҡ ҡыҙыҡһыналар. БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Игорь Кусов билдәләүенсә, әле презентация үткәргән команданың эше хөрмәткә лайыҡ. Уларҙың предприятиеһы төрлө кимәлдә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Әммә уларға мотлаҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү талап ителә. Бөгөн яҡшы тауар етештереү генә аҙ, уны һатып алыусыларға еткереү, популяр итеү өсөн күп эшләргә тура килә.
Заманса һәм сифатлы косметика етештереү үҙәген асҡан хәлдә республикала лайыҡлы эш хаҡы түләнгән мең ярым тирәһе яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Был да бик мөһим. Ә инде нанокосметика республикабыҙҙың брэндына әйләнмәҫ тимә!

Т. АМАНОВ.
Читайте нас: