Быға тиклем паспортта күрһәтелгән йәшәү урыны буйынса беркетелгән поликлиникаға йөрөргә тейеш булһаҡ, хәҙер йәнебеҙ теләгән дауалау учреждениеһына бара алабыҙ.
Яңы поликлиникаға теркәлеү өсөн баш табип исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ, мотлаҡ медицина страховкалау полисы булһын. Ғаризаның йөкмәткеһе түбәндәгесә булырға тейеш: «Прошу прикрепить меня к вашему лечебному учреждению в рамках реализации права пациента на выбор медицинской организации в соответствии со ст. 21 Федерального закона «Об основах охраны здоровья граждан в Российской Федерации».
Пациенттарға шуны күҙ уңында тоторға кәрәк: әгәр ҙә бер поликлиникала пациенттар күбәйеп китеп, медицина хеҙмәткәрҙәренең йөкләмәһе артһа, баш табип һеҙҙе ҡабул итеүҙән баш тарта ала.
Абортҡа барыр алдынан уйланыуға – бер аҙна
Табиптар әйтеүенсә, Яңы йыл байрамдарынан һуң һәр саҡ аборт яһатырға теләүсе пациенттар арта. Был артыҡ байрам итеп, айыҡ аҡылды юйыуҙан киләлер, ахыры. Яңы закон буйынса, ауырын алдырырға теләүсе һәр ҡатын-ҡыҙға уйланыуға ваҡыт биреләсәк. Был уларҙы яңылыш аҙымдан аралау маҡсатында эшләнә.
7 – 11 аҙналыҡ ауыры булған ҡатын-ҡыҙ аборт эшләүҙе һорап дауаханаға килгән осраҡта табип ете көндән һуң ғына уның теләген ҡәнәғәтләндерә ала.
7 аҙнаға тиклем ауыры булып, медикаментоз ысул менән аборт эшләргә мөмкин булған саҡта табип 48 cәғәттән һуң ғына операция үткәрә ала. Һуң срокта (11 – 12 аҙна) ҡатын-ҡыҙға уйланырға 48 cәғәт ваҡыт бирелә.
Балалар менән – бушлай
Яңы ҡағиҙә буйынса, дүрт йәшкә тиклемге бала менән ата-әсә йәки ғаиләнең башҡа ағзаһы дауаханаға ята ала. Оло кешегә йоҡо урыны, ашау бушлай булырға тейеш.
Ошо урында, даими ҡарауға мохтаж булған дүрт йәш ярымлыҡ баланы дауаханаға һалғанда нимә эшләргә һуң, тигән һорау тыуа. Сөнки сирле сабыйҙы яңғыҙын ҡалдырып булмай бит. Балаһы менән дауаханаға ятыусы ата-әсәһенең мотлаҡ медицина страховкалау полисы булған осраҡта ла, тимәк, түләргә тейешме? Закон сығарыусылар “юҡ” ти. Улар шундай ҡарар сығарған: дүрт йәштән өлкәнерәк баланың ата-әсәһенең медицина дауалауға күрһәткесе булһа, балаһы менән бергә дауаханаға бушлай ята ала.
Әгәр ҙә табип был ҡағиҙәне инҡар итеп, аҡса түләүҙе талап итһә, урын юҡ, тип кире борһа һ.б., «Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында» Федераль Закондың 51-се статьяһын уларҙың иҫенә төшөрөгөҙ.
Бушлаймы, әллә аҡса түләргәме?
Яңы закон буйынса, бөгөн түләүле дауаланырға мөмкин. Был халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Йәнәһе, хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙан «аҡса һауыуға» рәсми рөхсәт бирелде. Тимәк, «бушлай» пациенттар оҙон-оҙон сираттарҙа торасаҡ, ә аҡса түләгәндәр тиҙерәк хеҙмәтләндерелерме?
Мотлаҡ медицина страховкалау системаһында эшләүсе дауахана-поликлиникалар бушлай дәүләт медицина ярҙамы программаһы сиктәрендә күрһәтелгән медицина ярҙамы өсөн граждандарҙан аҡса алырға тейеш түгел (әлеге Закондың 11-се статьяһы). Был программаға дауалау, диагностикалау, реабилитациялау һәм профилактикалауҙың бар төрө ингән, тип белдерә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
Әгәр ҙә был программа буйынса һорауҙарығыҙ тыуһа, һеҙҙең мотлаҡ медицина страховкалау полисында күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып белешергә мөмкин. Шулай уҡ үҙегеҙҙең төбәктәге Мотлаҡ медицина страховкалау фондына мөрәжәғәт итергә була.
Г. ЯХИНА әҙерләне.