Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2011, 16:00

БРОНХИТ – үпкә ауырыуҙарына юл

Көҙ үҙ хоҡуғына инде. Уның артынан оҙаҡламай һыуыҡ ҡыш та килеп етер... Тын алыу системаһы ауырыуҙары, атап әйткәндә, бронхиттан яфаланыусылар өсөн миҙгел алмашыныуы, һалҡын мәл − еңел булмаған осор. Әгәр ҙә үҙ хәлеңде ҡайғыртып тормаһаң, тиҙ генә ауырып китеү, өҙлөгөү ихтималлығы ҙур. Саң, бысраҡ һауа, токсик парҙарҙы һулау ҙа бронхылар ауырыуына килтерә. Шулай уҡ һыуыҡ тейҙереү, киҙеү йәки вируслы респиратор ауырыуҙан, тын алыу юлдары инфекцияларынан (гайморит, ринит, фарингит) һуң өҙлөгөүҙән ошо сир башланырға мөмкин. Тәмәке тартыу бронхит барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тағы ла арттыра. Никотин төтөнө тын алыу юлдарын ағыу­лап ҡына ҡалмай, күҙәнәктәрҙең функцияһын да үҙгәртә.

Көҙ үҙ хоҡуғына инде. Уның артынан оҙаҡламай һыуыҡ ҡыш та килеп етер... Тын алыу системаһы ауырыуҙары, атап әйткәндә, бронхиттан яфаланыусылар өсөн миҙгел алмашыныуы, һалҡын мәл − еңел булмаған осор. Әгәр ҙә үҙ хәлеңде ҡайғыртып тормаһаң, тиҙ генә ауырып китеү, өҙлөгөү ихтималлығы ҙур.
Саң, бысраҡ һауа, токсик парҙарҙы һулау ҙа бронхылар ауырыуына килтерә. Шулай уҡ һыуыҡ тейҙереү, киҙеү йәки вируслы респиратор ауырыуҙан, тын алыу юлдары инфекцияларынан (гайморит, ринит, фарингит) һуң өҙлөгөүҙән ошо сир башланырға мөмкин. Тәмәке тартыу бронхит барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тағы ла арттыра. Никотин төтөнө тын алыу юлдарын ағыу­лап ҡына ҡалмай, күҙәнәктәрҙең функцияһын да үҙгәртә.
Сирленең бронхыларында урындағы иммунитет ҡаҡшай, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килеү процесы боҙола. Һөҙөмтәлә бронх йәки үпкә яман шеше барлыҡҡа килергә мөмкин.
Киҫкен бронхит, ғәҙәттә, ун көн дауам итә. Тәүҙә ҡоро йүткереү була. Төндә ул айырыуса көсәйә. Бер нисә көндән ҡаҡырыҡ бүленә башлай. Шул саҡта тән температураһы күтәрелә, баш ауырта, арыу, хәлһеҙлек күҙәтелә. Сирҙең киҫкен мәлендә постель режимын үтәргә кәрәк. Дауаланмаған осраҡта, ул хроник сиргә әйләнеп, төрлө үпкә сирҙәре барлыҡҡа килтереүе бар. ҡайһы бер осраҡта йүткереү айға һуҙыла. Сөнки тын алыу юлдары елһенеүен бөтөрөү – бик оҙайлы процесс.
Бронхиттың билдәләре туберкулездыҡына бер аҙ оҡшаш: гел йүткертә, өс айҙан ашыу бер туҡтауһыҙ ҡаҡырыҡ бүленә. Оҙаҡҡа һуҙылған йүткереүҙән астма барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әгәр ҙә ҡанлы ҡаҡырыҡ булһа, тиҙ арала дауаханаға барырға кәрәк. Үпкәлә яман шеш йә туберкулез булыу хәүефе бар.
Әгәр ҙә һәр ваҡыт сәләмәт булғығыҙ килһә, һаулығығыҙҙы хәстәрләргә иренмәгеҙ. Мәҫәлән, япондар киҙеү эпидемияһы мәлендә битлек кейә. Һәм дөрөҫ эшләйҙәр ҙә: ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда, булдырмау күпкә отошло.
Иммун системаһы ҡаҡшап, организм хәлһеҙләнгән саҡта төрлө хроник сирҙәр, шул иҫәптән бронхит та аҙа башлай. Стресс кисереү, өшөү, вируслы инфекциялар организмға насар йоғонто яһай. Хроник бронхиттан яфаланыусылар һәр ваҡыт үҙ һаулығы хаҡында ҡайғыртырға бурыслы. Сәләмәтлегегеҙҙе күҙәтеп, ваҡытында дауаланған саҡта ғына хәлегеҙ тотороҡло булыр. Көн торошона ҡарап кейенеү, өшөгәндән һуң ҡайнар сәй, һурпа эсеү һ.б. гигиена талаптарын теүәл үтәү хаҡында онотмағыҙ.
Ғәҙәттә, хроник бронхит менән сирләүселәргә профилактика өсөн антибактериаль препараттар тәғәйенләнә. Улар йыл һайын киҙеүгә ҡаршы вакцинация үтергә тейеш. Шулай уҡ алты йылға бер тапҡыр 23-валентлы пневмококк вакцинаһы һалына. Әлеге мәлдә респиратор инфекцияларҙы профилактикалау һәм дауалау өсөн поливалентлы вакциналар ҡулланыла. Улар пневмония барлыҡҡа килеү мөмкинлеген кәметә.
Ауырыуға тәмәке менән дуҫлыҡты өҙөргә кәңәш ителә. Саң, төтөн араһында йөрөмәгеҙ. Сынығыу, яҡшы туҡланыу һәм дөрөҫ ял итеү, табип ҡушҡандарҙы теүәл үтәү сирҙең ҡабатланыуынан һаҡлар.

Л. Козырева,
медицина фәндәре кандидаты,
Г. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының
табип-пульмонологы.
Читайте нас в