Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Октябрь 2011, 15:05

Киҙеү мәле башлана

Медицина ҙур-ҙур аҙымдар менән алға атлаһа ла, ул киҙеү һәм киҫкен вируслы респиратор инфекция алдында һәр саҡ тиерлек көтөлмәгәнлеккә осрай. Билдәле булыуынса, был инфекцияларҙың төрө йылдан-йыл үҙгәрә бара.

Киҙеү мәле башлана
Киҙеү мәле башлана

Медицина ҙур-ҙур аҙымдар менән алға атлаһа ла, ул киҙеү һәм киҫкен вируслы респиратор инфекция алдында һәр саҡ тиерлек көтөлмәгәнлеккә осрай. Билдәле булыуынса, был инфекцияларҙың төрө йылдан-йыл үҙгәрә бара.
Киҙеү эпидемияһы ваҡытында бөтә халыҡтың 5 – 15 проценты сирләй, шуларҙың яртыһы – балалар. Был сир миҙгелдең һалҡын ваҡытында башланып, тиҙ генә тарала. Киҙеү организмды өҙлөктөрөүе менән ҡурҡыныс. Дауаланмағанда ул пневмония, отиттан алып, йөрәк-ҡан һәм үҙәк нервы системаларын ҡаҡшатыуы ихтимал.
Киҙеү вирусын эләктергән кешенең тәүге 24 – 36 сәғәт эсендә тән температураһы күтәрелә, башы һәм тәне ауырта, ҡан баҫымы түбәнәйә, күҙ алмалары һыҙлай башлай. Вирустың, нервы системаһының төп функцияларына зыян килтереп, менингит кеүек ҡурҡыныс ауырыу барлыҡҡа килтереүе мөмкин.
Киҙеүҙе дауалау өсөн мотлаҡ вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға кәрәк. Ауырыуҙың тәүге ике көнөндә дарыу эскәндә сирле тиҙерәк һауыға. Тик тән температураһын төшөрөргә ашыҡмағыҙ, организм шул рәүешле вирус менән көрәшә.
Киҙеүҙән һаҡланыу саралары бик ябай. Һалҡын көндәрҙә йылы кейенеп йөрөгөҙ. Иммунитетығыҙҙы нығытыу сараһын күрегеҙ. Шулай уҡ эпидемия мәлендә халыҡ күп булған урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ. Һәм иң мөһиме – гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Инфекция бысраҡ ҡулдан күҙ, танау, ауыҙ аша еңел генә үтеп инергә мөмкин.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас в