Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Август 2011, 17:33

Ҡан биреп, йән өрәләр

«Выбор» интерактив уҡыу-уҡытыу программалары үҙәгенең инициатив төркөмө Өфөлә онкологик сирле балалар өсөн ҡан йыйыу ойошторҙоБаш ҡалабыҙҙың әле бер, әле икенсе ерендә йыл әйләнәһенә аҡҡа ҡыҙыл менән «Станция переливания крови» тип яҙылған ҙур машинаны йыш осратырға мөмкин. Ғүмере ҡыл өҫтөндә торған кешене ҡотҡарырға әҙер торған изге күңеллеләр һәм йөрәклеләрҙең ваҡытын һаҡлар, мөмкинлеген яйлар өсөн был машина үҙе халыҡ араһына сыға. Сөнки ҡан бирергә теләүселәр­ҙең күптәре медицина учреждениеларына, ҡан биреү станцияларына эштән арына һалып бара алмай. Ә ҡаланың берәй майҙансығында урынлашҡан мобиль станцияға үтеп барышлай ҙа инеп, миһырбанлы йәнле һәр кеше ҡанға мохтаж булған ауырыу­ҙарға ярҙам итә ала.

Ҡан биреп, йән өрәләр
Ҡан биреп, йән өрәләр
«Выбор» интерактив уҡыу-уҡытыу программалары үҙәгенең инициатив төркөмө Өфөлә онкологик сирле балалар өсөн ҡан йыйыу ойошторҙо

− Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан беҙҙең «Выбор» интерактив уҡыу-уҡытыу программалары үҙәгенең инициатив төркөмө «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе эгидаһы аҫтында «Тормош ижадсылары» тигән мәрхәмәтлелек акцияһын ойошторорға булды. Акция ҡалаға һәм уның кешеләренә ниндәй юҫыҡта булһа ла ярҙам итергә тейеш ине. Беҙ − Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлеге пациенттарына − онкосирле бала­лар­ға ярҙам итеү өсөн ҡала кешеләренән ҡан йыйыу әмәлен һайланыҡ. Әммә теләк, әгәр уны бойомға ашырыу өсөн тырышлыҡ һалмаһаң, матур ниәт булып ҡына ҡала. Ә беҙ матур башланғысыбыҙҙы аҙағына алып барып еткереү яғын ҡараныҡ һәм Респуб­лика ҡан биреү станцияһы етәкселегенә мөрәжәғәт иттек. Стан­ция мөдире Елена Василь­евна Стрельни­кова башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алды, идеяны уңышлы тормош­ҡа ашырырға ярҙам итте, − тип һөйләп алып китте Ләйсән. − Һәм бына бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан ошо урында инек инде, ә сәғәт 10-да балалар ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә битараф булмаған өфөләрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршыланыҡ. Рәхмәт барыһына ла − өс сәғәт эсендә саҡырыу-өндәүҙе илленән ашыу кеше яҡын ҡабул итеп, үҙҙәренең изге йәнле икәнлеген күрһәтте. ҡан биреүселәр араһында төрлө категория һәм төрлө йәштәге − 17-нән 60 йәшкә тиклемге кешеләр булды.
ҡыҙҙар әйтеүенсә, ҡайһы бер кеше үҙенең ҡан төркөмөн белмәй, ә бында ҡан биреүселәрҙең бер юлы, беренсенән, ҡан төркөмөн билдә­ләй­ҙәр; икенсенән, ҡанына экспресс-анализ яһалыуҙан донор үҙенең сәләмәтлек торошон да билдәләй; өсөнсөнән, ике түләүле ял көнө бирелә; дүртенсенән, донорға 209 һумға бер тапҡыр туҡланыу мөмкинлеге йәки был сумма аҡсалата бирелә.
Инициатив төркөмдәге йәштәр, хәйриә акцияларының тәүгеһе һәм һуңғыһы булмауы тураһында һөйләп, киләһе акцияның сентябрь баштарында, йәғни студенттар уҡый башлағас, үткәреләсәген белдерҙе.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Читайте нас: