Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарында иммунлаштырыу аҙналығы башлана. 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк сара Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән алтынсы йыл рәттән ойошторола. Акцияның төп маҡсаты – халыҡты прививкаға йәлеп итеү юлы менән мөмкин тиклем инфекция ауырыуҙарын кәметеү. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа прививкаларға ҡарата төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Берәүҙәр уға ҡарата шик-шөбһә тарата, икенселәр аңлап ҡабул итә. Кемгә ышанырға һуң?
Светлана МОРАЧЕВСКАЯ, баш ҡаланың 5-се балалар поликлиникаһы табибы:
– Йыл һайын республикабыҙҙа Милли календарға ингән прививкалар сиктәрендә миллионлаған кеше вакцинация үтә. Беҙ нәҡ вакцинация арҡаһында ғына полиомиелит, дифтерия кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан ҡотола алдыҡ. Бөгөн йәш ата-әсәләр алдында, балама прививка эшләтәйемме, юҡмы, тигән һорау торорға тейеш түгел. Вакцина – мотлаҡ! Беҙҙә профилактик прививкалар, баланың йәшен иҫәпкә алып, һәр саҡ ваҡытында эшләнә. Шулай ҙа сабыйҙың сәләмәтлеге буйынса прививкаларҙың ваҡытлыса кисектерелеүе лә ихтимал. ҡайһы бер ата-әсәләр, юҡ-бар сәбәп табып, вакцинаны ваҡытында алмай. Был иһә мәшәҡәтте, хәүефте генә арттыра. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, прививка эшләнмәгән баланы нисек итеп, мәҫәлән, полиомиелитҡа ҡарата ревакцинация эшләнгән сабыйҙар араһына индереп ебәрмәк кәрәк?! Уны был мәлдә кәмендә ҡырҡ көнгә кешеләрҙән айырырға кәрәк. ҡыҙамыҡҡа ҡаршы прививкаһы булмаған әсәләрҙең йөклө саҡта ҡарынындағы балаһын ҡотолғоһоҙ сиргә дусар итеүе, ир балаларҙың түлһеҙ ҡалыуы ихтимал. Һанай китһәң, ошондай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Шуға күрә һәр кемде лә вакциналарҙы ваҡытында алырға саҡырам.
Валерий ЕГОРОВ, медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның инфекция ауырыуҙары кафедраһы мөдире:
– Вакциналарҙың сирҙе дауалауға киткән сығымдарҙы 10 – 15 долларға тиклем экономиялауы билдәле. Эпидемиялар электән кешеләргә ҙур хәүеф менән янай, бары тик был сирҙәр нәҡ вакцина арҡаһында юҡ ителгәнгә, уларҙың кәрәклеген аңлап ҡына бөтмәйбеҙ. Мәҫәлән, вакцина препараттарын файҙаланыу сәсәкте бөтөрөүгә булышлыҡ итте. Башҡортостан Республикаһы 2002 йылда полиомиелиттан азат төбәк булараҡ сертификат алды. «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса һуңғы биш йылда өҫтәмә рәүештә 5,4 миллион кеше прививка эшләтте. В гепатиты – өс тапҡырға, ҡыҙамыҡ 5 меңгә кәмене, ә киҙеү эпидемияһы прививка алған кешеләрҙә еңел һәм ҡатмарлы эҙемтәләрһеҙ үтә. Прививка мотлаҡ кәрәк.
Сәриә ЯЛАЛОВА, Республика балалар клиникаһының шәфҡәт туташы:
– Прививкалар һау-сәләмәт балаға ғына яһала. Процедура алдынан маңҡа, йүтәл, тән сабыртыу, температура булырға тейеш түгел. Сөнки һәр вакцина организмда көсөргәнеш тыуҙыра. Ғәҙәттә, прививкаларға ике аҙна алдан әҙерләнергә кәрәк. Вакцина эшләткәнгә тиклем һәм эшләткәндән һуң гипоаллерген диета талап ителә. Имсәк балаларға яңы ризыҡ бирмәҫкә кәрәк. Сабыйға прививкаға тиклем һәм һуңынан өс көн дауамында аллергияға ҡаршы препарат бирергә кәңәш итәм. Уны педиатр билдәләй. Вакцинанан һуң температура күтәрелеүе, аппетит юғалыуы, хәлһеҙлек тойолоуы – ҡәҙимге күренеш. Сөнки был ваҡытта аныҡ ауырыуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Беҙ ошо хаҡта һәр ата-әсәгә мәғлүмәт бирәбеҙ.
Прививканан баш тартыуҙы аҡылһыҙлыҡ тип ҡарайым. Нисек инде күрә тороп балаңды ла, үҙеңде лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҡ кәрәк?!
Мәликә ЗИННӘТОВА, ике бала әсәһе:
– Аңламайым – халыҡҡа нисә йыл дауамында туберкулезға ҡаршы прививка эшләйҙәр, ә сирлеләр һаны артҡандан-арта. Бәлки, вакцина менән кешеләрҙе ағыулағансы, урамдағы асарбаҡтарҙы дауалау кәрәктер?! Һәр хәлдә, үҙем ике балама ла прививка эшләтеүҙән яҙма рәүештә баш тарттым. Балалар баҡсаһына йөрөтәсәгем юҡ, ә бына мәктәпкә алып барыу тураһында әлегә уйланғаным булманы. Әммә шуға иғтибар иттем: балаларымдың икеһе лә тиҫтерҙәренән хәтерҙәре яҡшы булыуы, зирәклектәре менән айырылып тора! Таныштарым да, әллә прививка эшләтмәгәнгә, шундай прогресмы икән, тип ғәжәпләнә. Күрәһең, прививкалар эҙһеҙ үтмәйҙер инде.