-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Февраль 2011, 14:10

Шифаханаға кемдәр барасаҡ?

Быйылдан инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау саралары һәм санаторийҙарға путевкалар менән республиканың Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығы тәьмин итәсәк. Ведомство министры Лена­ра Иванова әйтеүенсә, был маҡсатта 610 миллион һум аҡса бүленгән – былтырғыға ҡара­ған­да ике тапҡыр күберәк.

Быйылдан инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау саралары һәм санаторийҙарға путевкалар менән республиканың Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығы тәьмин итәсәк.
Ведомство министры Лена­ра Иванова әйтеүенсә, был маҡсатта 610 миллион һум аҡса бүленгән – былтырғыға ҡара­ған­да ике тапҡыр күберәк.
Өфөнөң һәм республиканың бөтә райондарында ла халыҡты социаль хеҙмәтләндереү бу­йынса комплекслы үҙәктәр эшләй. Икенсе төрлө әйткәндә, бөтә документтарҙы ла йәшәгән урының буйынса ошо үҙәккә бирергә мөмкин. Йыл башынан комплекслы 68 үҙәккә 2,5 меңдән ашыу ғариза килгән.
Граждандарҙы реабилитациялау саралары һәм санатор-курорт дауаланыуға путевкалар менән тәьмин итеүсе берҙәм республика үҙәге февраль аҙағында Өфөлә Зорге урамы, 15/1 адресы буйынса асыласаҡ. Әлегә иһә бөтә һорауҙар менән 276-73-53 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Үҙәккә кемдәр мөрәжәғәт итә ала:
– шәхси реабилитациялау программаһында ҡаралған техник реабилитациялау са­ра­лары һәм хеҙмәттәре ме­нән тәьмин ителергә тейешле ин­валидтар;
– протез һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин ителергә тейешле ве­терандар;
– федераль закондарға ярашлы санатор-курорт да­уа­ланыуға путевкалар бирелеүсе граждандар, шулай уҡ I төркөм инвалидтарҙы һәм инвалид балаларҙы оҙатып йөрөүселәр.