Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Февраль 2011, 13:53

Мәктәптәрҙә – карантин

ҡыш еттеме, ауырыуҙар ҙа көсәйә башлай. Ниңә һуң бер ҡыш та грипһыҙ, ОРВИ-һыҙ үтмәй ул?! Өҫтәүенә, йылдан-йыл киҙеү ауырыраҡ, ҡурҡынысыраҡ була барған төҫлө. Быйыл да эпидемия кинәт кенә башланды. Баш ҡалала ғына һәр өсөнсө танышымдың балаһы ауырый булып сыҡты. Һөҙөмтәлә балалар баҡсалары, мәктәптәр карантинға ябыла. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 февралгә ҡарата республика буйынса 67 белем биреү учреждениеһы карантинға ябылған. Өфө ҡалаһында – 10, Благовещенда – 6, Иглин һәм Салауат райондарында бишәр белем һәм тәрбиә биреү усағына балалар ваҡытлыса йөрөмәй. Айырым төркөмдәр һәм синыфтар ғына карантинға ябылған учреждениелар ҙа бар. Улар, нигеҙҙә, башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларындағы төркөмдәр. Дүшәмбенән иһә Өфө ҡалаһының барлыҡ мәктәптәре лә карантинға ябылған. Барыһын бергә иҫәпләгәндә, 115 меңдән ашыу бала уҡыуҙан һәм балалар баҡсаһына йөрөүҙән кисектерелгән. Уҡыусыларҙың күбеһе ОРВИ менән ауырый. Мәғариф министрлығынан карантинға ябылған учреждениеларға тейешле хаттар ебәрелгән, рекомендациялар бирелгән. Әлегә уҡыу йорттарында карантин бер аҙнаға иғлан ителгән, артабан иһә хәлдең ниндәй яҡҡа үҙгәреүенә ҡарап хәл ителәсәк. С. ЛОТФУЛЛИНА.

Мәктәптәрҙә – карантин
Мәктәптәрҙә – карантин
ҡыш еттеме, ауырыуҙар ҙа көсәйә башлай. Ниңә һуң бер ҡыш та грипһыҙ, ОРВИ-һыҙ үтмәй ул?! Өҫтәүенә, йылдан-йыл киҙеү ауырыраҡ, ҡурҡынысыраҡ була барған төҫлө. Быйыл да эпидемия кинәт кенә башланды. Баш ҡалала ғына һәр өсөнсө танышымдың балаһы ауырый булып сыҡты.
Һөҙөмтәлә балалар баҡсалары, мәктәптәр карантинға ябыла. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 февралгә ҡарата республика буйынса 67 белем биреү учреждениеһы карантинға ябылған. Өфө ҡалаһында – 10, Благовещенда – 6, Иглин һәм Салауат райондарында бишәр белем һәм тәрбиә биреү усағына балалар ваҡытлыса йөрөмәй. Айырым төркөмдәр һәм синыфтар ғына карантинға ябылған учреждениелар ҙа бар. Улар, нигеҙҙә, башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларындағы төркөмдәр.
Дүшәмбенән иһә Өфө ҡалаһының барлыҡ мәктәптәре лә карантинға ябылған. Барыһын бергә иҫәпләгәндә, 115 меңдән ашыу бала уҡыуҙан һәм балалар баҡсаһына йөрөүҙән кисектерелгән. Уҡыусыларҙың күбеһе ОРВИ менән ауырый. Мәғариф министрлығынан карантинға ябылған учреждениеларға тейешле хаттар ебәрелгән, рекомендациялар бирелгән. Әлегә уҡыу йорттарында карантин бер аҙнаға иғлан ителгән, артабан иһә хәлдең ниндәй яҡҡа үҙгәреүенә ҡарап хәл ителәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Читайте нас в