Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ғинуар 2011, 20:55

Ҡышҡы һыуыҡ һәм линза

Күҙҙәрем насар күреү сәбәпле, ун ике йыллап линза кейәм. Күптән түгел, егерме градус һалҡын булһа, линзалар туңып, күҙ шекәрәһен боҙа, имеш, тип ишеттем. Дөрөҫмө икән?Әнисә ИСТӘКОВА.Йылайыр районы.

Күҙҙәрем насар күреү сәбәпле, ун ике йыллап линза кейәм. Күптән түгел, егерме градус һалҡын булһа, линзалар туңып, күҙ шекәрәһен боҙа, имеш, тип ишеттем. Дөрөҫмө икән?
Әнисә ИСТӘКОВА.
Йылайыр районы.

Һорауға офтальмолог Әҙилә Мират ҡыҙы Йосопова яуап бирә:
– Күҙҙәрҙең туңыуы мөмкин түгел. Күҙҙәге температура – 35 градус. Өҫтәүенә, асып йомған һайын (яҡынса өс секунд һайын) күҙҙәр йылына. Шунлыҡтан, йоҡа һәм һығылмалы линзалар туңа, тип борсолоу урын­һыҙ. Сөнки улар шул уҡ күҙ температураһында. Бынан тыш, заманса линзалар үтә сифатлы, ниндәйҙер етди үҙгәреүҙәргә 55 градус һыуыҡта ғына бирешә.
ҡышҡы һыуыҡта линза кейеүселәргә икенсе хәүеф янай. Ул – бина эсендәге ҡоро һауа. Үҙәк йылытыу батареялары һауаны аша­ған кеүек, лайланы ла киптерә. Шуға күрә өйҙә лә, эштә лә күҙҙәрҙе дымландырыусы тамсылар ҡулланырға онотмағыҙ. Тамсы­л­ар­­ҙы тышҡа сығыр алдынан ун-ун биш минут алдан тамыҙыу файҙалы. ҡыш­ҡыһын ультрафиолет линзалар уңайлы. Сөнки ҡояш нурҙары, аҡ ҡарға сағылып, күҙҙәргә тәьҫир итә. Күҙгә һыуыҡ тейгән саҡта (блефарит, конъюнктивит һ.б.) йәки вируслы ауырыуҙар ваҡытында линза кейеү тыйыла. Был мәлдә ваҡытлыса күҙлеккә күсеп тороу дөрөҫ булыр. Ни өсөн тигәндә, тымаулаған саҡта йәш бүленеү боҙола, күҙҙәр һәр саҡ ҡоро була. Хатта йоҡа линзалар ҙа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, өҫтәүенә, уларҙың сифаты насарая.
Бынан тыш, хроник күҙ ауырыуы, тын юлдары сирҙәренән (хроник бронхит, астма, туберкулез) интеккәндә, йәш бүленеү юлдары функцияһы боҙол­ғанда линза кейергә ярамай.
Ә инде күҙҙәрҙең арыуын бөтөрәм, һыуыҡ тейҙермәйем тиһәгеҙ, күҙ ҡабаҡтарына составында гиалурон кислотаһы, алоэ һуты, Е витамины булған махсус гель һөртөгөҙ.
Читайте нас в