-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ғинуар 2011, 20:36

Табиптар фатирлы булды

Бөгөн «Үрге Йәркәй үҙәкләштерелгән район үҙәк дауаханаһы» сәләмәтлек һаҡлау муниципаль учреждениеһы үҙенә район үҙәк дауаханаһын, дүрт табип амбулаторияһын һәм 60 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә

Бөгөн «Үрге Йәркәй үҙәкләштерелгән район үҙәк дауаханаһы» сәләмәтлек һаҡлау муниципаль учреждениеһы үҙенә район үҙәк дауаханаһын, дүрт табип амбулаторияһын һәм 60 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә.
Бында 625 кеше хеҙмәт итә. Районда халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү йылдан-йыл яҡшыра. Әлбиттә, быға ирешеүҙә йәш белгестәрҙең дә роле ҙур. Шуға ла муниципаль район хакимиәте йәш кадрҙар әҙерләүгә һәм уларҙың урында төпләнеп ҡалыуына ныҡлы иғтибар бирә – вуз тамамлап ҡайтҡан белгестәргә йорт төҙөү өсөн ер участкалары бүленә, интернатура ваҡытында ваҡытлыса йәшәү өсөн фатир бирелә, ғөмүмән, бөтәһен дә торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар күрә. Йыл һайын медицина уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән осрашыуҙар үткәрелә.
Былтыр табип-гинеколог Лев Ереминға – өс, йәш педиатр Раушания Гәрәеваға ике бүлмәле фатир бирелгәйне. Күптән түгел йәнә биш табипҡа шундай уҡ бәхет йылмай­ҙы. Шәхси эшҡыуар Рәсүл Ялалов тарафынан элекке автотранспорт предприятиеһының бинаһына реконструкция үткәрелеп, ул торлаҡ итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Унда туғыҙ фатир медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнде. Республика клиник дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләгән табип-эндоскопист Радик Ибра­һимов, йәш кадрҙар – нарколог Илдар Ила­манов, терапевт Алһыу Кәшбиева, педиатр Гөлназ Шәй­хет­ди­нова, оҙайлы хеҙмәт стажына эйә булған стоматолог Шамил Ситниковтарға муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин һәм Рәсүл Ялалов фатир асҡыстары тапшыр­ҙы.
– Бөгөн район үҙәк дауаханаһына байтаҡ белгес талап ителә. Яҙмышын ауыл менән бәйләргә теләүсе йәш кадрҙар­ҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен киләсәктә лә хәл итәсәкбеҙ. Әле лә әҙер дүрт фатир бар, – ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Хәлит Мөхәмәҙиев.
Дауаханала эш шарттары яҡшы. Былтыр төп корпусҡа 7 млн 400 мең һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылып, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр системалары алмаштырылған. Бинаның тышҡы яғы ла ремонтланған. Поликлиникаға ремонт эштәре башҡарыу өсөн республика бюджетынан 5 млн 959 мең һум аҡса бүленгән. Дауахана заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителә, матди-техник базаһы нығытыла һ.б. Быларҙың барыһы ла табиптарҙың хеҙмәт шарттарын, район халҡының сәләмәтлек күрһәткестәрен яҡшыртыуға ирешеүгә йүнәлтелгән.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.