Рөстәм Хәмитов Мәсәғүттә яңы район дауаханаһы төҙөлөшө майҙансығын ҡарағанда, ауыл еренә йәш табиптарҙы торлаҡ һәм автомобилдәр менән йәлеп итергә кәрәк, тигән тәҡдимен әйтте.
Сөнки был дауаханала кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Ә йыл һайын Дыуан районынан бер нисә кеше Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә, уҡып бөткәндән һуң Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа эшкә урынлаша. Сәбәбе – ҡалала карьера һәм күберәк аҡса эшләү мөмкинлеге ҙурыраҡ.
Президент бындай дәүләт ярҙамын башҡа тармаҡтағы йәш белгестәргә лә күрһәтеү мөһимлегенә баҫым яһаны.