-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2010, 14:00

Һаулыҡ һаҡлауҙа етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш

Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә арнал­ған республика Советының күсмә ултырышы үтте. Алдан уҡ шуны билдәләү урынлы булыр – быйыл медицина форумын ойоштороусылар, традицион форманан тайпылып, программаға бер аҙ үҙгәрештәр индергәйне. Йәғни сара «түңәрәк өҫтәл» һәм пленар ултырыш сифатында ойошторолдо. Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаһа, һаулыҡ һаҡлауҙы мәғлүмәтләштереү мәсьәләләренә арнал­ған «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев, ҡала һәм райондарҙың һаулыҡ һаҡлау идаралыҡтары һәм учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлауҙа етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш
Һөйләшеүҙә табиптарҙың эш хаҡы түбән булыуы ла телгә алынды. Бөгөн ул уртаса 11 мең һум тәшкил итә. Шулай ҙа Яңы йылдан республикала минималь хеҙмәт хаҡы 5500 һумға тиклем күтәрелһә, был бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуына ла килтерәсәк. Бынан тыш, 1 июндән тотош илдә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы йәнә 6,5 процентҡа күтәреләсәк. Форумға йыйылыусылар һөйөнөслө хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул итте.
«Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын бойомға ашырыу барышында байтаҡ аҡса, башлыса, медицина ҡорамалдары һатып алыуға тотонол­ған. Әммә һаулыҡты яҡшыртыу өсөн ҡиммәтле аппараттар ғына аҙ. Мәҫәлән, ултырышта билдәләнеүенсә, Асҡын, Учалы райондары, иң ҙур күләмдә ярҙам алһа ла, был райондарҙа халыҡтың сәләмәтлеге иң түбәне. Үҙенән-үҙе һорау тыуа... Заманса ҡорамалдар менән эшләүсе белгестәр булмаһа, аппараттар ғына файҙа килтерә аламы? Шунлыҡтан республика етәксеһе, бындай аппараттар ҙур медицина үҙәктәрендә торорға тейеш, тип билдәләне.
Киләһе йылдан модернизация проекты сиктәрендә республикаға йәнә ҙур ғына күләмдә аҡса килеүе көтөлә.
Был аҡсаны урынын белеп тотонор­ға кәрәк, тине Рөстәм Зәки улы. Шунлыҡтан республика медицинаһы системаһында ойоштороусылар, менеджерҙар талап ителә. Улар ҡуйылған бурысты атҡарып, сәләмәтлекте юғары кимәлгә күтәрергә тейеш.
Заман талаптары

Форумда Башҡор­тостанда һаулыҡ һаҡлау­ҙы модернизациялауға, тармаҡты мәғлүмәтләштереүгә ҙур иғтибар бүленде. Был турала пленар ултырышта БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев сығыш яһаны. Киләсәктә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында электрон карталар индереү, табипҡа интернет аша яҙылыуҙы әүҙемләштереү төп маҡсаттарҙың береһе буласаҡ. Телемедицина технологияһы үҫеше артабан тағы ла киңәйтеләсәк.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында үткәрелгән инвентаризация дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың яртыһынан ашыуының иҫкереүен күрһәткән. Уларҙың күбеһе үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән. Хатта йылы һыу, канализация, телефон бәйләнеше булмағандары ла бар икән. Г. Шебаев әйтеүенсә, ҡайһы бер учреждениелар санитар нормаларға һәм яңы техник регламентҡа яуап бирмәй. Был әлеге биналарға кәрәкле медицина ҡорамалы урынлаштырыуҙа һәм заманса медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

«Берҙәм регистратура»

Проект табипҡа яҙылыуҙа заманса алым тип баһалана. Ултырышта ҡатнашыусыларҙы сервис эшенең тәүге һөҙөмтәләре менән Өфө ҡалаһы ҡала округының һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары Әлфиә Авзалетдинова таныштырҙы. Бөгөн «Берҙәм регистратура» программаһы буйынса барлыҡ муниципаль поликлиникалар ҙа уңышлы эшләй. Яҙылыу хеҙмәте менән көнөнә ун мең самаһы кеше файҙалана. Проект тулыһынса ҡала бюджетынан финанслана. Сығым йылына 20 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, электрон амбулатор карта, ауырыу тарихы, диагностик лабораторияны автоматлаштырыу кеүек программалар ҙа әҙерләнә. Быға тиклем кешегә табипҡа алдан яҙылыу өсөн күп сират аша үтеү, расписаниены асыҡлау, ҡыҫҡаһы, хәтһеҙ ваҡыт талап ителһә, бөгөн бер ҡыйынлыҡһыҙ «Берҙәм регистратура» хеҙмәте менән файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн ни бары телефондан 13-03 һандарын йыйып, заявка ғына бирергә кәрәк. Оператор мөрәжәғәт итеүсегә уңайлы ваҡытты табырға ла ярҙам итә. Ә интернет аша DOCTOR.UFACITY.INFO адресы буйынса яҙылырға була. Ултырышта билдәләнеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу штатты арттырыуҙы ла талап иткән – халыҡ менән эшләүсе менеджерҙар эшкә алынған. Ултырышта, проект ҡалала йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген яңы баҫҡысҡа күтәреү мөмкинлеген бирҙе, тип баһаланды. Әйткәндәй, әлеге программа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау проектына индерелгән һәм яҡын арала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына раҫлау­ға тәҡдим ителәсәк. Форумға йыйылыусылар, медицинала ошондай мәғлүмәтләштереү технологиялары – бик күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡар­ған ҡеүәтле ҡорал, тигән фекергә килеп таралышты.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
В. КАРАБАНОВ фотолары.