Баш ҡалала күкрәк биҙе яман шешен профилактикалау акцияһы башланды. Күкрәк биҙе яман шеше – ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған социаль проблема. Статистика мәғлүмәттәре проблеманың төбәктә генә түгел, донъя кимәлендә актуаль булыуын раҫлай.
Мәҫәлән, Өфөлә генә быйыл туғыҙ айҙа 365 гүзәл затҡа күкрәк биҙе яман шеше диагнозы ҡуйылған. Иң үкенеслеһе – ауырыуҙарҙың 33,9 процентында ҡурҡыныс сир һуңғы стадияла теркәлгән. Шулай ҙа был үткән йылдарға ҡарағанда байтаҡҡа түбән. Баш ҡалала ҡурҡыныс сир менән интегеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың 61 проценты самаһы биш йыллап йәшәүе билдәле. Быйыл иҫәпкә алынған ауырыуҙарҙың да 261-е, йәғни 72 проценты дауаланған.
Шулай итеп, теләге булған һәр кем 8 – 19 ноябрҙә Өфөнөң 21-се, 18-се, 13-сө, 10-сы, 8-се дауаханаларында һәм 4-се бала табыу йортонда, шулай уҡ УЗД кабинетлы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы булған һәр бер дауалау учреждениеһында маммографик һәм ультратауышлы тикшереү үтә ала. Бының өсөн 276-13-03 телефоны буйынса берҙәм электрон регистратура аша алдан яҙылырға ғына кәрәк.
Р. НУРИСЛАМОВА.