Өфөлә «XXI быуаттың тын эпидемияһы» тип аталған етди сирҙе – остеопорозды иртәрәк асыҡлау программаһы бойомға ашырыла башланы.
Белгестәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был сирҙән Рәсәйҙә һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ һәм һәр бишенсе ир-ат яфалана. Уның иң киң таралған һәм ҡатмарлы эҙемтәһе – янбаш һөйәге һыныуы. Бындай ауырыуҙан үлем осрағы тәүге ике йылда 45 процент тәшкил итә.
Әле Өфөлә йәшәүселәр поликлиникала бушлай тикшереү үтә ала. Юғары технологиялы тикшереү алымы – денситометрия – был сирҙе иң иртә стадияһында асыҡлау форсатын бирә. Һөҙөмтәлә махсус препараттар ярҙамында сирҙән дауаланырға мөмкин.
Бушлай тикшереү үтеү бигерәк тә өлкәндәргә, остеопороз янаған йәштәге кешеләргә һәм коммерция медицина учреждениеларында тикшереү үтә алмаусылар өсөн мөһим.
«Рәсәй остеоскринингы» программаһы буйынса ойошторолған был акция илдең 23 төбәгендә үткәрелә.