Бөгөн Өфөлә Профсоюздар йортонда «Ишемия сирле ауырыуҙарға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеү. Хәҙерге заман стратегиялары» мәктәп-семинары үтә.
Унда баш табиптарҙың дауалау эше буйынса урынбаҫарҙары, табип-кардиологтар, терапевтар, дөйөм практика табиптары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедралары хеҙмәткәрҙәре, врач-интерндары, студенттары ҡатнаша. Занятиеларҙы медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй кардиология фәнни-производство комплексының (РКФПК) Мясников исемендәге Кардиология ғилми-тикшеренеү институты бүлеге етәксеһе Сергей Терещенко һәм медицина фәндәре докторы, РКФПК хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй кардиологтар фәнни берләшмәһе ашығыс кардиология секцияһының ғилми секретары Игорь Жиров (Мәскәү) алып барасаҡ.