-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Октябрь 2010, 21:26

Алдан хәстәрлек күр!

Киҙеүгә ҡаршы вакциналау башланаБашҡортостан федераль бюджет средстволары иҫәбенә «Гриппол» вакцинаһын һатып ала. 2010 йылда хәүеф төркөмөнә ҡараған 800 мең кешене – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, медицина, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, 60 йәштән ололарҙы вакциналау күҙаллана.

Алдан хәстәрлек күр!
Киҙеүгә ҡаршы вакциналау башлана
Башҡортостан федераль бюджет средстволары иҫәбенә «Гриппол» вакцинаһын һатып ала. 2010 йылда хәүеф төркөмөнә ҡараған 800 мең кешене – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, медицина, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, 60 йәштән ололарҙы вакциналау күҙаллана.
«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл грипҡа ҡаршы миҙгел вакциналары составына Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән A/California/07/2009­(H1N1), A/Perth/16/2009 (H3N2) һәм 2010 – 2011 йылдар миҙгеле өсөн актуаль булараҡ В/Brisbane/60/2008 кеүек штамдар индерелгән. Әлеге ваҡытта медиктар «Гриппол» һәм «Гриппол плюс» вакциналарының 600 мең самаһы дозаһын алған да инде. 80 мең доза – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә (100 процент), 64 мең доза – мәктәп уҡыусыларына (пландың 1/5 өлөшө), 440 мең доза ололар­ға (100 процент) бүленгән.

Р. НУРИСЛАМОВА.