-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2010, 20:21

Ҡулдар беҙҙең аҡыллы

Өфөлә икенсе тапҡыр профессионалдар араһында медицина массажы буйынса республика чемпионаты үтә. «Массаж – ул бейеү. Массаж яһаусы һәм яһатыусы грация һәм пластика тигән бейеүҙә берләшә. Беҙ ҡул менән эшләйбеҙ, беҙ ҡул менән һөйләшәбеҙ. ҡулдар беҙҙең аҡыллы», – ти масаж яһаусылар. Ысынлап та, шифалы, яғымлы ҡулдар кемдәрҙе генә аяҡҡа баҫтырмаған. Чемпионаттың маҡсаты ла ябай, массажистарҙың профессиональ эшмәкәрлеген күтәреү һәм халыҡҡа яҡыныраҡ килеү. Ысын массажист, ҡул менән эшләй белеүҙән тыш, медицина яғынан белемле лә, методикаларҙы белергә лә тейеш, ти ярышты ойоштороусылар. Бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу сараһы ла булыр, тип өмөт итә улар. Чемпионаттың финал өлөшө Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 29 сентябрҙә үтә.М. ҡУНАФИН.

Өфөлә икенсе тапҡыр профессионалдар араһында медицина массажы буйынса республика чемпионаты үтә.
«Массаж – ул бейеү. Массаж яһаусы һәм яһатыусы грация һәм пластика тигән бейеүҙә берләшә. Беҙ ҡул менән эшләйбеҙ, беҙ ҡул менән һөйләшәбеҙ. ҡулдар беҙҙең аҡыллы», – ти масаж яһаусылар. Ысынлап та, шифалы, яғымлы ҡулдар кемдәрҙе генә аяҡҡа баҫтырмаған. Чемпионаттың маҡсаты ла ябай, массажистарҙың профессиональ эшмәкәрлеген күтәреү һәм халыҡҡа яҡыныраҡ килеү. Ысын массажист, ҡул менән эшләй белеүҙән тыш, медицина яғынан белемле лә, методикаларҙы белергә лә тейеш, ти ярышты ойоштороусылар. Бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу сараһы ла булыр, тип өмөт итә улар. Чемпионаттың финал өлөшө Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 29 сентябрҙә үтә.

М. ҡУНАФИН.