Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Сентябрь 2010, 14:43

Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар

йәки Йәш ғалим Эдуард Ғәптрәҡипов ҡасан да булһа заманса ғилми эшкәртмәләргә илебеҙҙә «йәшел ут» асылырына өмөтләнәБыйылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ҡоторған янғындар илебеҙҙә уға ҡаршы тора алырлыҡ көс, дөрөҫөрәге, быға тиклем ошо мәсьәләгә дәүләт кимәлендә иғтибар булмауын раҫланы. Иҫке техника һәм ысулдарҙың йоғонтоһоҙлоғо арҡаһында сит илгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү генә хәлде бер аҙ йомшарт­ҡандыр. Ысынбарлығыбыҙ иһә Рәсәйҙә янғынға ҡаршы көрәшерлек яңы технологиялар уйлап сығарыусы «аҡыллы баш»тарҙың булмауын түгел, ә бына тигән яңы, заманса проекттар була тороп та, патент ала алмайынса, һөҙөмтәлә ҡулланыу тапмайынса, лабораторияларҙа саң баҫып ятыуын күрһәтте.

Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар
Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар
Читайте нас: