«Тәмәжник»тәр күп беҙҙең арала. Хатта артығы менән. Сөнки уймаҡ ирендәргә тәмәке бер ҙә килешмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар был «эштә» ир-аттан уҙҙырып ебәрҙе. Нимә һуң ул тәмәке? Ифрат та насар нәмә. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта уға ҡаршы көрәш буйынса боҙ ҡуҙғалғандай булып тора. Тәмәке ҡаптарына күҙ һалғанығыҙ бармы? Уларҙа «Тәмәке тартыу үлтерә», «Бала көткән саҡта тәмәке тартыу сабыйға зарар килтерә», «Балаларығыҙҙы тәмәке төтөнөнән һаҡлағыҙ» тигән яҙыуҙар барлыҡҡа килеүенә шатланып ҡуйҙым әле. Иғтибарһыҙ ҡалырмын тимә – эре итеп, аҡҡа ҡара менән яҙылған. Юҡһа элеккеләрендәге «Минздрав предупреждает...» бигүк күҙгә лә эленмәй ине. Хәйер, кемгә нисек тәьҫир итә бит әле. Һүҙ – төтөн һурыусыларға һәм тәмәкене ташларға көс тапҡан «батырҙар»ға.
Лилиә С., шәхси эшҡыуар ҡотлобаевтың киоскыһында һатыусы, 29 йәш:
– Тәмәке ҡаптарындағы иҫкәртеүсе яҙыуҙарҙың һөҙөмтәһе хаҡында һөйләргә иртәрәктер әле, шулай ҙа иғтибар итәм: уны һатып алғас та күрәләр. Ниндәй уй менән уҡыйҙарҙыр, уныһын һорашҡаным юҡ. Әммә был ғына тәмәкегә ҡаршы етди көрәш тип әйтә алмайым.
Бына беҙҙең киоскынан йәш кенә егет-ҡыҙҙар ҙа сигарет һатып ала. Бер ҙә кәмемәйҙәр. Минеңсә, яҙыу янына тәмәкенән зарарланған үпкә һүрәте лә төшөрөп ҡуйһалар, бәлки, нығыраҡ тәьҫир итер ине.
Радик, тәмәке тартыу стажы 23 йыл, 37 йәш:
– Тәмәкесе сигарет һатып алғанда уның ҡабына ҡарай тип уйлайһығыҙмы? Бына мин 14 йәшемдән тарта башланым. Насар икәнен белә инем, ә артыҡ тыйыусы булманы. Атайым үҙе тарта. ҡыҙыҡ инде ул беҙҙең ил. Ниңә яҙыу менән генә иҫкәртә? Эш менән күрһәтергә кәрәк! Унан килеп, шунса йыл тәмәке тарт та, уның ҡабында ниндәйҙер яман яҙыу бар тип, ташла. Юҡ, мин инде ташлай алмаҫмын, әллә ни теләк тә юҡ, һаулыҡты бөтөрә лә ул...
Зарема, студентка, 21 йәш:
– Тәмәке ҡабындағы яҙыуҙы тәүгә күргәс, ныҡ ҡыйын булды. Уйға ҡалдым, мин бит буласаҡ әсә. Тарта башлағаныма ике йыл булғайны инде. Яңы ҡап сигарет алған һайын «Бала көткән саҡта тәмәке тартыу сабыйға зарар килтерә» тигәнде уҡыйым да, ысынлап та, уйландыра ла ул.
Тиҙҙән кейәүгә сығырға йыйынам. Егетем, әлбиттә, тәмәке менән «дуҫлашыуымды» теләмәй. Хәҙер тартыуҙы һирәкләтә башланым да, тик әхирәттәрем дә тарта, бергә йыйылһаҡ, түҙеп булмай. Киләсәктә барыбер ташлаясаҡмын.
Ильяс Рәхимов, «Старт+» фирмаһы хеҙмәткәре, 42 йәш:
– Армияла тәмәкегә ылығып ҡайттым да, 10 йыл самаһы тартып, ташларға көс таптым. Дөрөҫөрәге, өйләнгәс, ҡатын илай-илай әрләп ташлатты. Бәпесебеҙ тыуғас, әсәйем менән ҡәйнәм дә (атай менән ҡайным вафат булған) бик үтенде. Нишләйһең, үҙемдекеләр бит – тыңланым инде. Ташлауы ауыр булһа ла, эстә ниҙер ҡотортоп торһа ла, түҙҙем. Ә сикләүҙе тейешле закондар менән нығытырға кәрәктер, тип уйлайым. Сит илдәрҙә штрафтар ҙа бар. Беҙҙә бигерәк иркен. Тәмәке ҡабындағы яҙыу тураһында 11 йәшлек улым әйтте. Баҡһаң, магазинда күреп уҡыған. «Шунда яҙылғандар дөрөҫмө?» – тип һорай. Тәмәкенең зарары хаҡында уға хәҙер йыш һөйләйем.
Айбулат, балалар спорт мәктәбендә тренер, 54 йәш:
– Тәмәкене ауыҙыма ла алғаным юҡ. Дуҫтар тарта тип кенә шул бәйлелеккә эләкмәгәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Тәмәке арҡаһында ике балалыҡ дуҫым һәләк булды. Береһе иҫерек килеш сигарет тартып, төпсөгөн һүндермәй ташлап, янып үлде, икенсеһе үпкәһен бөтөрөп, ҡан ҡоҫоп, донъя менән хушлашты. Тәмәкеләрҙәге яҙыу ғына тартыусылар һанын кәметерме икән? Был, бәлки, яңы тарта башлағандарға нисектер тәьҫир итер. Шулай ҙа, бик күп «тәмәжник»тәр менән аралашам, үлтерә, тип яҙылған бит, нисек ташларға инде, тиеүселәрҙе ишеткәнем юҡ. ҡаты законһыҙ эш сығара алмаҫтар. Бер улым, бер ҡыҙым бар. Уларҙы бәләкәйҙән сәләмәт тормошҡа өйрәттек. Үҙем иһә алкоголдән дә азатмын, әле рәхәтләнеп ураҙа тотам.
Айбулат, балалар спорт мәктәбендә тренер, 54 йәш:
– Тәмәкене ауыҙыма ла алғаным юҡ. Дуҫтар тарта тип кенә шул бәйлелеккә эләкмәгәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Тәмәке арҡаһында ике балалыҡ дуҫым һәләк булды. Береһе, иҫерек килеш сигарет тартып, төпсөгөн һүндермәй ташлап, янып үлде, икенсеһе, үпкәһен бөтөрөп, ҡан ҡоҫоп, донъя менән хушлашты. Тәмәкеләрҙәге яҙыу ғына тартыусылар һанын кәметерме икән? Был, бәлки, яңы тарта башлағандарға нисектер тәьҫир итер. Шулай ҙа, бик күп «тәмәжник»тәр менән аралашам, үлтерә, тип яҙылған бит, нисек ташларға инде, тиеүселәрҙе ишеткәнем юҡ. ҡаты законһыҙ эш сығара алмаҫтар. Бер улым, ҡыҙым бар. Уларҙы бәләкәйҙән сәләмәт тормошҡа өйрәттек. Үҙем иһә алкоголдән дә азатмын, әле рәхәтләнеп ураҙа тотам.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.