

Атай кеше МХО-ла һәләк булғандан һуң, страховка түләүҙәрен уның 18 йәшлек ҡыҙына биргәндәр. Әммә ҡыҙҙың 43 йәшлек әсәһе, иренән күптән айырылған булһа ла, миллиондарҙы үҙенеке тип һанаған.
15 октябрь кисендә ҡатын үҙенең танышы (32 йәшлек сит ил гражданы) менән бергә Стәрлетамаҡтағы Мәҙәниәт һәм ял паркында ҡыҙҙы көсләп автомобиль эсенә ултырта. Шунан уны Фёдоровка районындағы шәхси йортҡа алып китеп, бик аҫтында тоталар.
Бәхеткә күрә, ҡыҙ нисектер телефон табып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны азат итә, ә урлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алына.
Аҡса өсөн үҙ балаңа ҡарата ла шундай аҙымға барырға мөмкинме?!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.